“Башҡортостан Башлығын һайлау-2024” йәмәғәт матбуғат үҙәге иртәндән эш башланы. Журналистарҙың тауыш биреүгә ҡағылышлы һорауҙарына Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары, һайлауҙарҙы күҙәтеү буйынса йәмәғәт штабы етәксеһе Лида Исаргакова, Башҡортостандың Журналистар союзы рйесе Вәдүт Исхаҡов яуап бирҙе. Лида Исаргакова белдереүенсә, әлегә һайлау тыныс бара, халыҡ был сараға байрам кеүек ҡарай. Миҫалға Асҡын районының Башҡортостан ауылы кешеләренең күмәкләшеп һайлауға барып, 100 проценты ла тауыш биреүе тураһында хәбәр итте. Вәдүт Исхаҡов сараларҙы яҡтыртыуҙа журналистарҙың индергән өлөшөн юғары баһаланы, шулай уҡ уларҙың бөтәһенең дә һайлау участкаларына барып тауыш биреүҙә ҡатнашыуы хаҡында ла әйтеп үтте. – Иң әүҙем халыҡ – журналистар. Бында йәмәғәт үҙәгендә 60-тан ашыу хәбәрсе әүҙем эшләй. Кисә дүрт меңдән ашыу пост һәм мәғлүмәт донъя күрҙе, – тине ул. Вәдүт Исхаҡов Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, “Юлдаш” радиоһы, Радио FM, “Башинформ” мәғлүмәт агентлығының эшен айырым билдәләп үтте, шулай уҡ республикалағы дөйөм хәлде яҡтыртыуҙа район гәзиттәренең өлөшөн дә юғары баһаланы. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 6, 7, 8 сентябрҙә Башҡортостанда республика Башлығын, шулай уҡ район һәм ҡала советтары депутаттарын һайлауҙар үтә. Был көндәрҙә 8.00 сәғәттән 20.00 сәғәткә тиклем республиканың ҡала һәм райондарында 3 302 һайлау участкаһы эшләйәсәк. Төбәктә барлығы 218 һайлау кампанияһы – Башҡортостан Башлығын, республика өҫтәмә һәм урындағы үҙидараның вәкәләтле органдарына депутаттар һайлау буйынса 216 кампания ойошторола. Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы. #ВыбираемГлаву #Выборы2024 #Башкортостан