Унда сәнәғәт, агросәнәғәт комплексы, туризм һәм хеҙмәттәр йүнәлештәре буйынса “Экспорттың киләсәге” тикшерелде. Фекер алышыуҙа ҡатнашыусыларҙың күбеһе компанияларҙың экспорт йүнәлешен үҫтереү өсөн логистика, финанс үткәргестәр һәм тауарҙар килтерергә йыйынған илдәрҙең талаптарын иҫәпкә алып продукцияны сертификациялау проблемалы булып ҡала, тип билдәләй. Хөкүмәттең беренсе вице-премьеры – БР иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов “Милли брендтар: экспорт өсөн яңы офоҡтар” сараһының пленар ултырышында Башҡортостанда Волга буйы федераль округының бөтә төбәктәре өсөн дөйөм сертификация үҙәге булдырыу тәҡдиме менән сығыш яһаны. Һуңынан бүләкләү тантанаһы үтте. Бөтәһе 20 номинация буйынса 50-гә яҡын компания наградалар алды. Фото: resbash.ru
Республикала Экспорт продукцияһын сертификациялау үҙәген булдырырға ниәтләйҙәр
30 августа 202430 авг 2024
~1 мин