Найти в Дзене
Журнал "Шонкар"  

Салауат менән Радиктың бәхәсенә нөктә ҡуйылдымы?

Салауат Фәтхетдинов һәм Радик Юлъяҡшин (Элвин Грей) араһында 2020 йылдың мартында бәхәс тыуғайны. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: ул ваҡытта Юлъяҡшин “Һалҡын сәй” һәм “Уфтанма” йырҙарын үҙ репертуарына индерҙе. Һуңғы йырҙы шулай уҡ Салауат Фәтхединов та башҡара ине. Һәм, күрәһең, ул йәш коллегаһының йырлауын оҡшатмауы сәбәпле, уның таланты һәм репертуарының сифаты тураһында үҙ фекерен әйтте. Элвин Грей яуап итеп, тамашасылар ярҙамында “көс һынашырға” тәҡдим итте. Йәнәһе лә, Ҡазанда һәм Өфөлә үткән икеһенең дә сығыштарына күпме кеше килер икән?! Һуңғараҡ йырсылар ярашты һәм хатта бергәләп төшкән фотоны ла һалғайны.

Ошо көндәрҙә улар Ҡазан ҡалаһы һәм Татарстан Республикаһы көнө айҡанлы үткән концертта күрешкән. Радик Юлъяҡшин социаль селтәрҙәрҙә ошо турала яҙма һәм сәхнә легендаһы менән фото ҡалдырып, “Уфтанма” йырын, ниһайәт, бирҙеләр” тип яҙып ҡуйған.

Фото: социаль селтәрҙәр.

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина

Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите сайты.