Найти тему
"Аманат" журналы

Мине һөйгәнем ҡотҡарҙы

Йәйҙең эҫе бер матур көнөндә, беҙ, әхирәттәр менән һыу инергә барырға булдыҡ. Күл ауылдан байтаҡ алыҫта ята. Тәүҙә урман аша, унан баҫыу буйлап, аҙаҡ тумарлы ерҙәр аша барҙыҡ. Ҡояш ныҡ ҡыҙҙыра, күлгә арып-талып, һыуһап, хәл бөтөп барып еттек тә. Әҙерәк ял итеп алғас, ниһайәт, быйылғы йылда беренсе тапҡыр һыу инәбеҙ икән тип, ҡыуанышып, шатланышып күлгә һикерҙек. Улай ҙа йөҙҙөк, былай ҙа йөҙҙөк, ваҡыт үткәнен дә һиҙмәгәнбеҙ.
Яр ситенә сыҡһаҡ, ни күҙебеҙ менән күрәйек, беҙҙең кейемдәр юҡҡа сыҡҡан. Аптырашып, яр буйлап, йүгерешеп, эҙләргә тотондоҡ, ял итеү, һыу инеү ҡайғыһы китте, илар сиккә етеп, хәлебеҙ бөтөп, барып ултырҙыҡ. Ултыра торғас, ҡапыл сит яҡтан ниндәйҙер көлөшкән тауыштар ишетелде. Һикереп тороп, шул яҡҡа ҡыҙҙар менән ашыҡтыҡ. Барып еттек тә, ситтән генә күҙәтеп торабыҙ. Унда күрше ауыл егеттәре балыҡ ҡармаҡлап ултыра, ә эргәләрендә беҙҙең кейемдәр һәм сумкалар ята. Дауамы:
https://amanat.su/articles/m-gelek-ser/2023-08-03/mine-yg-nem-ot-ar-y-3371643