Атайым һөйләгәндәрҙән.
Ауыл мәҙәниәт һарайына күптән көткән спектакль труппаһы килде. Кемдәр тейһегеҙме? «Ғәлиәбаныу» спектакле мәнән, үҙҙәре, данлыҡлы Фидан Ғафаров, Нурия Ирсаева һәм башҡалар бар. Зал шығырым тулы, билеттар әллә ҡайсан һатылып бөткән, түҙемһеҙлек менән башлағанын көтәләр.
Бына тамаша аҙағына ла барып етеп бара. Шул ваҡытта Исмәғил Хәлилгә ата! Залда тынлыҡ... Барыһының да йөҙөндә ҡайғылы ҡараш...
Шул ваҡыт икенсе рәттә ултырған, ҡара хистәргә баҫҡан Маһиямал инәй «АТТЫ Б... » тип ҡысҡырып ебәрмәһенме! "Үлгән" Фидан Ғафаров ишетеп ҡалып, яңынан терелеп, сәхнә иҙәнендә ятҡан көйө, дер-дер һелкенеп йылмая башланы... Бар халыҡ та уға ҡушылып йығыла-ята көлөргә тотондо.
Бына шулай итеп драма комедияға әйләнде лә ҡуйҙы. Халыҡ тамашанан һуң янып-көйөп ҡайтманы, һәр ҡайныһының йөҙөндә йылмайыу сағыла ине.
Ваҡыт үтә, шулай ҙа яҡты, яҡшы, күңелле хәтирәләр ҡала бара.
Лилиә Фазлыева.