Беренсе объект — Халыҡ-ара спорт көрәше үҙәге, йәки Көрәш һарайы. Ул Өфөнөң Октябрь районында барлыҡҡа киләсәк. Спорт үҙәген төҙөү – тамамланыу алдында. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров объектты төҙөү барышы, әҙерлек кимәле тураһында һөйләп ишеттерҙе. Ленин районында Фехтование үҙәге барлыҡҡа килә, төҙөлөштө 2024 йылдың аҙағына тамамларға планлаштырыла. Делегация республикалағы иң ҙур спорт объектын – Рима Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәген дә ҡараны. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса Александр Никитин Халыҡ-ара форумға әҙерлек барышы тураһында Спорт министрлығы башлығы менән ойоштороу комитеты етәкселегенә доклад әҙерләйәсәк. Көрәш һарайы төҙөлөшөн сифатлы итеп һәм ваҡытында тамамлау өсөн федераль үҙәк мөмкин тиклем ҙур ярҙам күрһәтергә тейеш тип ҡарар ителде, тине ул. – Алдағы аҙналарҙа тығыҙ хеҙмәттәшлек итергә килештек. Донъя кимәлендәге объекттың халыҡ-ара спорт форумында танылыу алыуын һәм Президент ҡатнашлығында сараларҙың ошонда үткәрелеүен теләр инек. Көрәш һарайы форум барышында өҫтөнлөклө картаға әйләнергә тейеш, бының өсөн барыһын да эшләрбеҙ. Ғөмүмән, республиканың спорт инфраструктураһы киңәйеүен һәм объекттарҙың күбәйеүен теләйем, - тип билдәләне Александр Никитин. Рәсәй Федерацияһы спорт министры урынбаҫарының эш сәфәре ваҡытында Башҡортостан Республикаһының Рима Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәгендә IX Бөтә Рәсәй йәйге универсиадаһын ябыу тантанаһы үтте. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, "Рәсәй - спорт иле" халыҡ-ара спорт форумы илдең төрлө ҡалаларында үткәрелә. 2024 йылда, Президент Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса, сара Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөлә быйыл 17-19 октябрҙә үтә. –Дәүләт Президенты Владимир Путиндың мөһим халыҡ-ара спорт форумын беҙҙә үткәреү тураһындағы ҡарары – беҙҙең өсөн ҙур яуаплылыҡ. Ҡулыбыҙҙан килә, республикабыҙҙы ғына түгел, илебеҙҙе лә биҙәр объекттар әҙерләнә, шулай итеп, спортты һәм унда ҡатнашыусыларға ҡарата ыңғай мөнәсәбәтте лә популярлаштырабыҙ. Көҙгөһөн һеҙҙе ярышта көтәбеҙ! – тип Премьер-министр спорт форумында ҡатнашырға саҡырҙы. “Рәсәйҙең спорт министры урынбаҫары Александр Никитин объекттарҙың әҙерлеген юғары баһаланы. Барыһын да ваҡытында төҙөп тапшырыр өсөн, хеҙмәттәшлек итергә килештек”, - тип яҙҙы Андрей Назаров социаль селтәрҙәрҙә һәм барыһын да көҙөн ойошторолған ҙур спорт форумына килергә саҡырҙы. Мәғлүмәт, фото: pravitelstvorb.ru/news/24535/; vk.com/agnazarov