Найти тему
Журнал "Шонкар"  

“Минең менән берәй хәл була ҡалһа, Өфөлә түгел, тыуған ауылымда ерләгеҙ”

Күп йырҙар авторы, йырсы Насип Кучаевтың арабыҙҙан иртә китте. Йәш йырсы Сабина Кучаева социаль селтәрҙә атаһы хаҡында иҫтәлектәре менән бүлеште:

“1994 йылдың 13 майында атайым әсәйем менән икебеҙҙе бала табыу йортонан ҡаршы алған. Теүәл 7 йылдан шул уҡ көндә йөрәге тибеүҙән туҡтаны. Атайым иртә китерен һиҙгән, был хаҡта иҫкәртеүсе төштәр күргән. “Минең менән берәй хәл була ҡалһа, Өфөлә түгел, тыуған ауылымда ерләгеҙ”, – тип әсәйемә әйтеп ҡуйған.

Бер ваҡиға хәтеремә ныҡ уйылып ҡалған. Атай-әсәйем ресторанда йәштәрҙең туйын алып бара. Әсәйем – һүҙ оҫтаһы, атайым музыкаль биҙәлеш өсөн яуаплы. Миңә йәш кәләштең туй күлдәге ныҡ оҡшаны. “Ҙур үҫһәм, һин дә туйыма матур күлдәк алып бирәңме, атай?” – тип һораным. Уның йөҙө ҡапыл үҙгәреп, моңһоуланып китте. “Ул ваҡытта яныңда булмам инде, әсәйең алып бирер”, – тип яуапланы. Атайыбыҙҙы иҫкә алмаған көнөбөҙ юҡ. Яратабыҙ, һағынабыҙ, юҡһынабыҙ...”

Насип Кучаев 41 йәшендә – илһамланып ижад иткән сағында инфаркт арҡаһында вафат булды. Ул Ырымбур өлкәһе Красногвардейский районының Яңы Юлдаш ауылында ерләнгән.

Ҡабатланмаҫ моңло ижадсының йырҙарын халыҡ әле лә яратып тыңлай. Тауышының сағыулығы, йыр-моңға һөйөүе ҡыҙына – башҡорт эсрадаһының йәш йондоҙо Сабина Кучаеваға күскән.

Фото: Сабина Кучаеваның шәхси архивынан.