Башҡортостанда телефон мутлашыусылары менән хәл киҫкенләште. Эске эштәр министрлығының БР буйынса бүлектәре хеҙмәткәрҙәре борсолоу белдерә. Һәр тыуған көн уларға яңынан-яңы күңелһеҙ статистика алып килә - граждандар таныш булмаған телефон һандарынан шылтыратыуҙарға яуап бирә һәм бәләгә тарый. Тап бәләгә тарыйҙар, сөнки улар аҡсаларын юғалта һәм бурыс «упҡыны»на төшә.
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Дәүләкән районы буйынса бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, 1 июлдә район полицияһының дежур часына ике дәүләкәнле ғариза менән мөрәжәғәт иткән. Уларҙың икәүһе лә мутлашыусылар тоҙағына эләккән һәм аҡсаһын юғалтҡан. 1976 йылда тыуған А.-ға «Trading Platform» платформаһы хеҙмәткәрҙәре шылтыратып, үҙе өсөн отошло эште инвестицияларға тәҡдим итә. Мутлыҡ һөҙөмтәһендә ҡала кешеһе аферистарға 800 мең һумдан ашыу аҡса бирә: уның бер өлөшөн күрһәтелгән иҫәптәргә - мобиль ҡушымта аша, бер өлөшөн банк кассаһы аша күсерә. Өҫтәүенә аҡсаның яртыһын ул, мутлашыусыларҙың теләге буйынса, кредитҡа ала.
2002 йылғы А.-ға ла шылтыратып, үҙҙәрен «Үҙәк банк»тың тәфтиш комитеты хеҙмәткәрҙәре итеп таныштыралар. Был гүзәл зат вәкиленә аҡсаларына ҡурҡыныс янауын һәм уларҙы ашығыс рәүештә хәүефһеҙ иҫәпкә күсерергә кәрәклеге тураһында хәбәр итәләр. Дәүләкәндә йәшәүсе ханым тәҡдимдәрҙе үтәй һәм бер миллион һумға яҡын аҡсаһын юғалта. Ул үҙендә булған һәм бер өлөшө кредитҡа алынған аҡсаларын «Сбербанк» банкоматы аша хәүефһеҙ иҫәптәргә (мутлашыусылар иҫәбенә) күсерә.
Республикала көн һайын ошоға оҡшаш әллә нисә осраҡ теркәлә. Етмәһә, оҫта итеп «ҡуйылған тоҙаҡтарға» ябай пенсионерҙар һәм аҙ белемле граждандар ғына эләкмәй. Мутлашыусылар юғары уҡыу йорттары уҡытыусыларын, педагогтарҙы, ғилми үҙәк хеҙмәткәрҙәрен дә алдай. Көн һайын улар ҡулына һәр ҡайһыбыҙ эләгергә мөмкин! Бының өсөн бары таныш булмаған һандарҙан килгән шылтыратыуҙарға яуап биреп, һеҙгә һөйләгәндәргә ышанырға ғына кәрәк.
Хөрмәтле дәүләкәндәр! Мутлашыусыны нисек танырға, шулай уҡ унан тиҙ арала нисек ҡотолоп булыуы хаҡында үҙегеҙҙең хәтер янсығығыҙға һалып ҡуйығыҙ һәм балаларығыҙға, ата-әсәләрегеҙгә, күршеләрегеҙгә, туғандарығыҙға һәм яҡындарығыҙға һөйләгеҙ. Ентекләп аңлатып китәбеҙ.
1-се хәүеф.
Йыш ҡына мутлашыусылар шылтыратып, һеҙгә исем-шәрифтәрегеҙ менән өндәшә һәм үҙҙәрен Федерль хәүефһеҙлек хеҙмәте, прокуратура, полиция, суд һәм башҡа ведомстволар хеҙмәткәрҙәре тип таныштыра. Артабан енәйәт яуаплылығына тарттырылмаҫ өсөн үҙегеҙҙе нисек тоторға кәрәклеген өйрәтә башлайҙар. Белегеҙ: полиция ла, Федераль хәүефһеҙлек хеҙмәте лә, суд та һеҙгә бер ҡасан да телефон аша шылтыратмаясаҡ. Улар - мутлашыусылар! Бер нәмә лә әйтмәйенсә, трубкағыҙҙы һалығыҙ. Әгәр ҙә дөрөҫ эшләйемме-юҡмы тип бер аҙ шикләнәһегеҙ икән, шунда уҡ 8(34768) 3-19-31 һандары буйынса дежур часҡа шылтыратығыҙ. Һеҙгә шылтыратыуҙары һәм нимә тураһында һөйләүҙәре хаҡында әйтегеҙ. Һеҙҙең һорауығыҙ бер минут эсендә хәл ителәсәк. Әгәр ҙә артабан да һөйләшәһегеҙ йәки тәҡдим ителгән һылтанма буйынса күсәһегеҙ икән: күп аҡса юғалтасаҡһығыҙ. Был һеҙгә кәрәкме?
2-се хәүеф.
Мутлашыусылар яңы хәйлә уйлап тапҡан. Хәҙер уға граждандарҙың күпселеге эләгә. Телефон аша таныш булмаған кеше, үҙен брокер йәки уңышлы кампания вәкиле тип таныта, отошло проектҡа инвестиция һалырға тәҡдим итә, шуның арҡаһында һеҙ күп аҡса ала алаһығыҙ, тип белдерә. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: бер кем дә һеҙгә телефон аша инвестор булырға тәҡдим итмәйәсәк. Был - көлөрлөк хәл һәм ахмаҡлыҡ! Кем телефон аша шылтыратып, һеҙҙе байытыуҙа ярҙам күрһәтергә теләр? Тик мутлашыусылар ғына! Һеҙҙән банк бүлексәләре йәки телефондағы мобиль ҡушымта аша аҡса күсереүегеҙҙе һораясаҡтар. Әгәр быларҙы эшләһәгеҙ, ҙур бәләгә тарырһығыҙ. Аҡсағыҙҙың мутлашыусыларға нисек киткәнлеген, һуңынан һеҙгә бер ҡасан да кире ҡайтмаясағын аңлап та өлгөрмәйәсәкһегеҙ. Тағы ла ҡурҡынысырағы: һеҙҙең исемгә банктан кредит аласаҡтар, һәм һеҙ уны оҙаҡ йылдар түләйәсәкһегеҙ.
3-сө хәүеф.
Мутлашыусылар һеҙгә шылтыратып, үҙҙәрен рәсми кеше итеп танытырға һәм тап әлеге мәлдә банкта һеҙҙең исемгә кредит алырға йыйыныуҙарын һәм был хәлде ҡотҡарырға кәрәклеген иҫкәртергә мөмкин. Шунда уҡ: «Трубкағыҙҙы һалмағыҙ, юғиһә һеҙгә ярҙам итеп булмай», - тип әйтәсәктәр. Был - 100 процент мутлашыусылар! Бер ҡасан да банктан да, полициянан да бер кем дә һеҙгә шылтыратмаясаҡ. Һеҙҙе алдайҙар. Өндәшмәй генә трубкағыҙҙы ҡуйығыҙ һәм полицияның дежур часына шылтыратығыҙ.
4-се хәүеф.
Кемдәрҙер таныш булмаған һандарҙан шылтыратып, үҙҙәрен кеҫә телефоны операторы итеп танытырға һәм һеҙҙән үҙегеҙҙең СИМ-картағыҙ менән артабан да файҙаланырға ниәтләйһегеҙме икәнлеге хаҡында ҡыҙыҡһынырға мөмкин. Әгәр йыйынһағыҙ, килешеүҙе оҙайтыуҙы һораясаҡтар һәм бының өсөн һеҙгә ебәрелгән хәбәрҙәге һылтанма буйынса үтергә кәрәклеген әйтәсәктәр. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: кәрәҙле элемтә операторҙары бер ҡасан да СИМ-карта менән файҙаланыу килешеүен оҙайтыуҙы тәҡдим итмәй. Һеҙҙе алдайҙар. Шуны белеү мөһим: телефон аша алған һылтанмалар буйынса үтергә ярамай! Был - мутлашыу схемаларының береһе. Телефонығыҙға «инеп», ундағы бөтә мәғлүмәттәрегеҙҙе белеп, аҡсаларығыҙҙы урлаясаҡтар, һеҙҙең исемгә күпләп кредит аласаҡтар. Бынан ҡотолоу юлы ябай: әңгәмәсегеҙҙең ышандырырлыҡ тауыш менән һеҙҙе шулай булырға тейешлегенә инандырырға тырышыуын тыңламағыҙ. Телефонығыҙҙы ҡуйығыҙ! Һеҙгә ҡабат шылтыратырға мөмкиндәр, яуап бирмәгеҙ! Иҫегеҙҙә тотоғоҙ, мутлашыусылар өгөтләү генә түгел, улар һеҙгә енәйәт хөкөмө йәки башҡа яуаплылыҡ янай тип ҡурҡытырға мөмкин. Тыңламағыҙ! Был - ялған!
5-се хәүеф.
Мутлашыусылар һеҙгә телефон аша туғанығыҙҙың юл фажиғәһенә тарыуы, төрмәгә эләкмәһен йәки ауыр йәрәхәттәр алғанлыҡтан операция ашығыс рәүештә яһалһын өсөн, һеҙгә билдәле бер сумманы үҙегеҙгә килгән курьерға тапшырырға, йә һеҙгә әйтеләсәк иҫәпкә күсерергә кәрәклеге тураһында хәбәр итергә мөмкин. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: бындай шылтыратыуҙарҙы тик мутлашыусылар ғына яһай. Аҡсаларығыҙ тап уларҙың кеҫәһенә китәсәк. Шуға, артабан тыңлап тормағыҙ, бер ниндәй һорауҙар ҙа бирмәгеҙ. Трубкағыҙҙы ҡуйығыҙ. Әгәр ҙә яҡындарығыҙ бәләгә тарығанмы-юҡмы икәнлегенә бер аҙ шикләнһәгеҙ, 8(34768) 3-19-31 һандары аша дежур часҡа шылтыратығыҙ. Мәсьәлә шунда уҡ хәл ителәсәк.
6-сы хәүеф
Мутлашыусылар социаль селтәрҙәрҙәге һәм мессенджерҙарҙағы биттәрегеҙҙе «вата». Ә һуңынан һеҙҙең таныштарығыҙ исеменән хәбәрҙәр яҙып, һеҙҙән аҡса һорайҙар йәки конкурста тауыш биреү өсөн һылтанмалар ебәрәләр. Һылтанма буйынса үтмәгеҙ, был – «тоҙаҡ»! Улар - мутлашыусылар! Танышығыҙҙың телефонына шылтыратып, был хаҡта һорағанмы-юҡмы икәнлеген белешегеҙ. ЮҠ! Мине «ваттылар» тигән яуап ишетәсәкһегеҙ.
- Хөрмәтле дәүләкәндәр! Таныш булмаған һандар буйынса үҙегеҙ һөйләшергә планлаштырмаған кешеләр менән аралашмағыҙ. Бер кем дә, бер ҡасан да һеҙгә шылтыратып, һеҙҙең файҙаға телефон аша проблемаларығыҙҙы хәл итә башламаясаҡ. Улай булмай! Былар - мутлашыусылар! Уларға: «Һау булығыҙ! Һуңғараҡ шылтыратырмын», - тип әйтегеҙ, йә булмаһа, бер нәмә тип тә яуап бирмәгеҙ. Тик трубканы ғына һалығыҙ. Һәм шул саҡта бер ниндәй проблемалар ҙа килеп тыумаясаҡ һәм барыһы ла яҡшы буласаҡ.
Татьяна Сәғәҙиева.