Май аҙаҡтарында ғына Өфөлә өс көн буйына шаулап-гөрләп «Китап-байрам» халыҡ-ара китап йәрминкәһе үтте. Ошо сара асылып ҡына торған мәлдә, уға йәм өҫтәп, ҡулыма яңы ғына «мейестән сыҡҡан» «Ҡояшҡа табынам» исемле шиғырҙар китабы килеп эләкте. Уның авторы – беҙҙең талантлы яҡташыбыҙ, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союздары ағзаһы, райондың «Дим» әҙәби берекмәһе етәксеһе Миңзәлә Хәлилова. Йөҙгә яҡын биттән торған был баҫма әллә ни ҙур ҙа түгел – кеҫәңә һалып, гел генә яныңда йөрөтөрлөк ыҡсым ғына. Ә бына йөкмәткеһе, күтәрелгән темалар киңлеге тотош бер йыһан дәүмәлендә. Йыйынтыҡҡа баш һүҙ яҙған М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты доценты, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союздары ағзаһы, филология фәндәре кандидаты Зәки Әлибаев һүҙҙәре менән әйтһәк, «автор һүҙ ҡәҙерен яҡшы тоя, һәр образға иғтибарлы. Уның шиғриәтенең тематикаһы күп төрлө, жанрҙарға бай».
Ысынлап та, был китапта тыуған яҡҡа һоҡланыу, яҡындарына һө