ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре тураһында беҙ нимә беләбеҙ? Автомобилдәрҙе туҡтатҡан, водителдәрҙең документтарын тикшергән был ир-егеттәрҙе ҡала һәм район юлдарында күрәбеҙ. Кәрәге сыҡһа, ярҙам һорап мөрәжәғәт итергә лә мөмкин. Һәр ваҡыт йыйнаҡтар, һомғолдар, теремектәр һәм әҙәплеләр. Әммә был һөнәрҙең ни тиклем ауыр булыуын, уның ҙур сыҙамлыҡ һәм сабырлыҡ талап итеүен бары тик уларҙың хеҙмәттәштәре һәм яҡындары ғына белә. Ғәҙәттә, юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары - аҙ һүҙле кешеләр, журналистарҙың һорауҙарына етди, тиҙ, әммә ҡыҫҡа яуап бирәләр. Һәм быға ғәжәпләнерлек тә түгел, сөнки улар аҙ һөйләргә, күп эшләргә, ҡарарҙарҙы тиҙ ҡабул итергә, төрлө (ҡайһы берҙә бөтөнләй көтөлмәгән) хәлдәрҙә юғалып ҡалмаҫҡа күнеккән. Мәҡәләбеҙ геройы – Рәсәй Эске эштәр министрлығы Дәүләкән районы буйынса ЮХХДИ бүлегенең юл-патруль хеҙмәте инспекторы полиция лейтенанты Станислав Овсянников та шундай кешеләрҙең береһе.
Станислав 2Станислав 2017 йылда полицияға эшкә килә, ә өс йылдан һуң Дәүләт автоинспекцияһына күсә. Ул һәр ваҡыт йәмғиәткә файҙа килтерергә, кешеләргә кәрәкле булырға һәм ярҙамлашырға хыялланауын, шуға, ЮХХДИ-ла хеҙмәт тураһында тәҡдим иткәс, шунда уҡ ризалашыуын билдәләй. Үҙенең хеҙмәте тураһында ғәҙәти эш һымаҡ күреп һөйләй, бында ни һөйләйһең инде, хеҙмәт итәбеҙ, аварияларға юл ҡуймаҫҡа, кешеләр юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәһен өсөн барыһын да эшләргә тырышабыҙ, тип белдерә. Ҡаҙаныштары тураһында бөтөнләй тиерлек һөйләмәй, сөнки улай күнекмәгән. Ә полиция лейтенантының ғорурланырлыҡ эштәре бихисап. Уның иҫәбендә иҫерек водителдәрҙе ҡыуып тотоу, наркотиктар әйләнеше, браконьерлыҡ менән бәйле енәйәттәрҙе асыҡлау, хатта кешеләрҙе янғындан ҡотҡарыу кеүектәре лә бар.
«Был 2019 йылдың ҡышында булды, мин ул саҡта патруль-пост хеҙмәте хеҙмәткәре инем. Беҙ коллегаларым менән төндә дежурҙа инек, ҡалабыҙҙың күп фатирлы йортонда ҙур янғын сығыуына юл ҡуйманыҡ, - тип һөйләй Станислав. – Төтөн күреп ҡалғас, махсус хеҙмәттәрҙе саҡырҙыҡ һәм был йортта йәшәүселәрҙе үҙаллы эвакуациялай башланыҡ, электр энергияһын һүндерҙек. Бәхеткә ҡаршы, ул саҡта бер кем дә зыян күрмәне».
Күптәр ҡыйыу рәүештә был ҡылыҡты батырлыҡ тип атай алыр ине, тик хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре түгел.
«Был – беҙҙең эшебеҙ, һәр ҡайһыбыҙ шулай эшләр ине, - тип белдерә ул. – Беҙҙең шундай йөкләмәләребеҙ бар: кемгәлер ярҙам кәрәклеген күрәһең икән - ярҙам ит. Хатта хеҙмәт урынында булмаған, эшләмәгән ваҡыттарыңда ла. Ял көндәрендә лә йыш ҡына юл хәрәкәтен күҙәтәбеҙ, тупаҫ боҙоуҙарҙы күреп, хеҙмәттәштәребеҙгә мәғлүмәт тапшырабыҙ. Был инде - формалашҡан һөнәри ғәҙәт. Ошондай шылтыратыу минең бер нисә минутымды ғына ала, ә ул кемдеңдер ғүмерен ҡотҡарырға мөмкин. Кешеләр бит, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоп, тирә-яҡтағыларға хәүеф тыуҙырыуы тураһында уйламай».
Станислав әйтеүенсә, уға эҙәрлекләүҙәрҙә лә күп тапҡырҙар ҡатнашырға тура килгән. Был ваҡиғаларҙы телгә алғанда ул айырыуса етдиләнеп китә һәм күпселек осраҡтарҙа инспекторҙарҙан иҫерек водителдәр ҡасырға тырышыуын биләдәләй. Шулай уҡ йыш ҡына машина йөрөтөргә хоҡуғы булмаған йәштәрҙе ҡыуырға тура килеүе хаҡында ла белдерә.
«Улар арзан хаҡҡа, мәҫәлән, ун биш меңгә машина һатып ала, унда ҡала буйлап йөрөй, үҙҙәренең ниндәй шәп икәнлектәрен күрһәтергә теләй, күрәһең. Бының эҙемтәләре тураһында уйламайҙар, - ти лейтенант Овсянников. – Уларҙы эҙәрлекләгәндә һаҡ булырға тырышабыҙ, регламентлаусы хоҡуҡи акттар буйынса эш итәбеҙ: әйләнә-тирәләгеләр автомобилде күрһен һәм бәләгә тарымаһын өсөн яҡтылыҡ һәм тауыш сигналдарын ҡабыҙабыҙ. Был – беҙҙең эштең бик үк еңел булмаған өлөшө, әммә унһыҙ булмай. Иҫерек водителдәрҙе лә эҙәрлекләргә тура килә. Бына, мәҫәлән, күптән түгел генә булған хәл. Беҙ юл-патруль хеҙмәте инспекторы, полиция лейтенанты Владислав Минәхмәтов менән хеҙмәт алып барған ваҡытта Фәриҙун ауылы яғынан хәрәкәт иткән автомобилде күреп ҡалдыҡ. Водитель беҙгә шикле булып тойолдо, һәм уны тикшерергә ҡарар иттек. Патруль машинаһына ултырып, ирҙең артынан төштөк, сөнки туҡталырға уйламаны ла. Ул беҙҙе урман юлдары буйлап трассаға табан алып китте. Тауыш көсәйткес ярҙамында уның туҡтауын һорап, күп тапҡырҙар иҫкәрттек, әммә барыһы ла файҙаһыҙ булды. Закон буйынса был осраҡта табель ҡоралын ҡулланырға хоҡуҡлыбыҙ, сөнки водитель граждандарҙың ғүмеренә һәм һаулығына хәүеф тыуҙыра ине. Мин тәүҙә һауаға иҫкәртеүсе атыу яһаным, ә һуңынан – тәгәрмәстәргә. 12 атыуҙан 12-һе лә тейҙе. Машина тағы бер аҙ барҙы. Патруль машинаһын туҡтатып та бөтмәй тиерлек һикереп төшөп, водителде ҡыуып еттек һәм ҡулға алдыҡ. Әлбиттә, ул иҫерек ине, шуға ҡурҡыуға ҡалған һәм ҡасып ҡотолорға ҡарар иткән. Ә беҙ, ҡыуып еттек (бындай осраҡтарҙа, һәр саҡ тиерлек ҡыуып тотабыҙ) һәм закондың ҡәтғи талаптары буйынса язаға тарттырҙыҡ, административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында, шул иҫәптән полиция хеҙмәткәрҙәренең талаптарына буйһонмағаны өсөн бер нисә протокол төҙөнөк».
Был - ошондай ваҡиғаларҙың береһе генә, ә Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәренең хәтерендә улар - йөҙәрләгән. Ундай осраҡтар тураһында һөйләгәндә, юл-патруль хеҙмәте инспекторҙарының рухи көсө, сыҙамлығы һәм сабырлығына хайран ҡалаһың. Сөнки уларға водителдәрҙең тупаҫлығы һәм оятһыҙлығы, закон һәм юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған осраҡта үҙ ғәйебен танырға теләмәүе менән йыш осрашырға тура килә. Инспекторҙар бындай мөнәсәбәттән арыймы тигән һорауға Станислав: «Әлбиттә, арыйбыҙ, беҙ ҙә кеше бит. Әммә эш йылдарында инде күнегеп бөттөк, төрлө осраҡтар, йыш ҡына аңлашылмаусанлыҡ, хатта юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәү кәрәклеген аңларға теләмәү менән дә осрашырға тура килә. Тик беҙ килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын эҙләргә өйрәнәбеҙ. Полиция хеҙмәткәре үҙе тупаҫлыҡҡа юл ҡуйырға, тиҙ ҡыҙып барырға тейеш түгел. Беҙ хеҙмәт урынында закон буйынса эш итергә бурыслыбыҙ һәм юл хәрәкәтендә ҡатнашыусы һәр кем менән уртаҡ тел табыу өсөн бер аҙ психолог булырға ла өйрәндек», - тип яуап бирҙе.
Әммә ауырлыҡтар осрап тороуға ҡарамаҫтан, юл-патруль хеҙмәте инспекторының эшендә кире яҡтарға ҡарағанда ыңғай яҡтары күберәк икәнлегенә геройыбыҙҙың иманы камил. Намыҫлы водителдәрҙең күп булыуы ла, коллегаларының ярҙамы ла эште еңеләйтә, ә ҡағиҙә боҙоуҙар менән бары тик көрәшергә генә кәрәк. Авариялар һаны кәмеһен өсөн, граждандарҙы юлдарҙа тәртипле булырға, балалар һәм үҫмерҙәр менән әңгәмәләр үткәрергә өйрәтеү мөһим, сөнки шул саҡта ғына улар йәйәүлеләр, пассажирҙар һәм шулай уҡ водителдәр булараҡ ҡылған ҡылыҡтары өсөн үҙҙәрендә яуаплылыҡ тоясаҡ.
«Мин, мәҫәлән, яҡындарыма, айырыуса миңә оҡшарға теләгән улым Максимға, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәүҙең мөһимлеген иҫенә төшөрөп торам, - ти Станислав. - Әгәр кеше ябай ҡағиҙәләрҙе үтәһә, урамға сығыу хәүефһеҙ буласаҡ, тип иҫәпләйем. Миңә бер нисә тапҡыр эсергә яратҡан кешеләрҙең ғәйебе арҡаһында килеп тыуған юл-транспорт ваҡиғаларының шаһиты булырға тура килде. Был мәсьәлә буйынса статистика шатланырлыҡ түгел. Дәүләкәндәрҙең хәлдең етдилеген аңлауҙарын теләйбеҙ, сөнки иҫерек водитель хәрәкәттәрен конролдә тота алмай, шуның арҡаһында иң ҡәҙерле нәмә – кеше һаулығы йәки ғүмере өсөн ҡурҡыныс тыуҙырған юл-транспорт ваҡиғаһы яһай».
Ольга Юдина.
017 йылда полицияға эшкә килә, ә өс йылдан һуң Дәүләт автоинспекцияһына күсә. Ул һәр ваҡыт йәмғиәткә файҙа килтерергә, кешеләргә кәрәкле булырға һәм ярҙамлашырға хыялланауын, шуға, ЮХХДИ-ла хеҙмәт тураһында тәҡдим иткәс, шунда уҡ ризалашыуын билдәләй. Үҙенең хеҙмәте тураһында ғәҙәти эш һымаҡ күреп һөйләй, бында ни һөйләйһең инде, хеҙмәт итәбеҙ, аварияларға юл ҡуймаҫҡа, кешеләр юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәһен өсөн барыһын да эшләргә тырышабыҙ, тип белдерә. Ҡаҙаныштары тураһында бөтөнләй тиерлек һөйләмәй, сөнки улай күнекмәгән. Ә полиция лейтенантының ғорурланырлыҡ эштәре бихисап. Уның иҫәбендә иҫерек водителдәрҙе ҡыуып тотоу, наркотиктар әйләнеше, браконьерлыҡ менән бәйле енәйәттәрҙе асыҡлау, хатта кешеләрҙе янғындан ҡотҡарыу кеүектәре лә бар.