2022 йылдың 25 апреленән Салауат районында Социаль участковыйҙар хеҙмәте эшләй башланы. Ул Иглин районындағы Көҙәй ҡарттар һәм инвалидтар йорт-интернатының бер бүлексәһен тәшкил итә. Социаль участковыйҙар хеҙмәтендә ике хеҙмәткәр эшләй: социаль эш буйынса белгес Мөхәмәтйәнова Рита Әнүәр ҡыҙы һәм психолог Аҙнабаева Гөлнур Фидаил ҡыҙы. Был хеҙмәттең бурысы граждандарҙың социаль хеҙмәтләндереүгә мохтажлығын таныу, социаль хеҙмәттәргә мохтаж граждандарҙы асыҡлау, оло йәштәге һәм инвалид граждандарҙы ҡарауға алыусы ғаиләләргә урынлаштырыуҙа булышлыҡ итеү; оло йәштәгеләрҙе һәм инвалидтарҙы стационар учреждениеға билдәләү, уларҙы социаль оҙатыуға ҡайтып ҡала. – Быйылғы биш айҙа кәңәш һорап, 416 кеше мөрәжәғәт итте. Уларҙың 26-һы өйҙә социаль хеҙмәтләндереүгә мохтаж булыуы танылды. Граждандарҙың йәшәү эшмәкәрлеге сикләнеүе дәрәжәһен тикшереү өсөн 35 тапҡыр урынға сығылды. 8 граждан дөйөм типтағы йорт-интернаттарға һәм психоневрологик интернаттарға урынлаштырылды. Бер ҡарауға алыусы ғаилә булды