Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров XXVII Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы майҙансығында үткән “Экологик офоҡтар-2030: циркулярлыҡҡа инвестициялар” сессияһында сығыш яһаны. Дискуссия модераторы, “РБК” телеканалының баш мөхәррире һәм алып барыусыһы Кирилл Токарев Башҡортостандың ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү өлкәһендәге әүҙем эшен билдәләне. Мәҫәлән, 2023 йылда төбәк бер йыл эсендә 47 баҫҡысҡа күтәрелеп, “Йәшел рейтинг” таблицаһында туғыҙынсы урынды биләгән. Башҡортостан Башлығы үҙенең сығышында кешенең уңайлы тирә-яҡ мөхиткә хоҡуғын, шул иҫәптән ауылдарҙан ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын даими сығарыу, уны сорттарға айырыу һәм утилләштереүҙең мөһимлеген билдәләне, шулай уҡ республиканың был өлкәлә ниндәй уңыштарға өлгәшеүе хаҡында һөйләне. – Биш йыл элек республикала өс меңдән ашыу сүплек булған. Был – Рәсәй төбәктәре араһында иң күбе ине. Федераль үҙәк ярҙамы менән беҙ 37 меңдән ашыу ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын туплау урыны булдырҙыҡ, контейнерҙар һанын 88 меңгә тиклем арттырҙыҡ, 2,9 меңдән ашыу сүплекте юҡ иттек. Әлеге ваҡытта 300 рөхсәтһеҙ объект ҡына ҡалған, һәм беҙ уларҙы “Экология” милли проектының “Таҙа ил” һәм “Генераль йыйыштырыу” федераль проекттары сиктәрендә юҡ итергә ниәтләйбеҙ. Башҡортостан Башлығы төбәктең Һанлы үҫеш, Экология министрлыҡтары һәм Республикаға идара итеү үҙәгенең ҡалдыҡтар сығарыуҙы контролдә тотоу өсөн ғәмәлгә ашырылған берлектәге проекты – “Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар – Башҡортостан” платформаһы тураһында һөйләне. – Беҙ һәр контейнер майҙансығын һанлаштырҙыҡ һәм хәҙер Республикаға идара итеү үҙәге аныҡ ваҡыт режимында ҡалдыҡтарҙы сығарыу тулыһынса үтәләме икәнен, нисек башҡарылыуын контролдә тота ала. Әлбиттә, беҙгә был эштә урындағы халыҡ та ныҡ ярҙам итә. Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сорттарға айырыуҙы һәм утилләштереүҙе ойоштороуға килгәндә, Башҡортостан Башлығы “Рәсәй экология операторы” компанияһына ярҙам иткәне өсөн рәхмәт белдерҙе. – Беҙ ярайһы уҡ алға киттек. Иң мөһиме – беҙ компанияның генераль директоры менән Башҡортостанда концессия нигеҙендә өс ҙур сүп-сар эшкәртеү комплексын булдырыу тураһында бер нисә килешеүгә ҡул ҡуйҙыҡ. Беренсеһе 2025 йылда уҡ эшләй башлаясаҡ. Был Рәсәй Президентының яңы май Указына ярашлы 2030 йылға билдәләнгән күрһәткестәргә киләһе йылда уҡ өлгәшергә мөмкинлек бирәсәк. Сығышы аҙағында Башҡортостан Башлығы икенсел ресурстарҙы эшкәртеүҙе үҫтереү хаҡында һөйләне. – Башҡортостан был эшкә әүҙем ҡушылды. Атап әйткәндә, “ПОЛИЭФ” компанияһы ПЭТ-тараны эшкәртеү буйынса уникаль етештереү асты. Уны етештереү өсөн предприятие икенсе сеймал сифатында ваҡланған пластик шешәләрен ҡуллана. Етештереү күләме ҙур, һәм беҙ уны әлегә тулыһынса сеймал менән тәьмин итә алмайбыҙ. Әммә беҙ был мәсьәләне бергәләп хәл итәбеҙ, – тип билдәләне Радий Хәбиров. Фото: glavarb.ru