Илебеҙгә оло һынау килгән саҡта Сибай концерт-театр берекмәһенең бер төркөм артистары, ил алдында биргән анттарына тоғро ҡалып, махсус хәрби операцияға юлланды. Улар араһында Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илһам МӨХӘМӘТШИН да бар. Егеттең әлегә тулы ҡеүәттә ижад итергә, талант мөмкинлеген бөтөн гөнә килеш күрһәтергә ваҡыты ла булманы кеүек – әрме хеҙмәте, хәҙер инде махсус хәрби операция. Уның моңло тауышы киләсәктә киң танылыу яулаясаҡ, үҙе лә ҙур сәхнәләрҙә сығыш яһар. Барыһы ла алда әле, күптәр көткән Еңеү генә тиҙерәк яуланһын да, илебеҙҙә тыныслыҡ урынлашһын.
Баймаҡ районының 2-се Төркмән ауылында ябай, әммә йыр-моң, сәнғәт һөйгән ғаиләлә тәрбиәләнә Илһам. Атаһы Зөфәр ағайҙың, әсәһе Әминә апайҙың моңло йырҙарын бәләкәйҙән тыңлап үҫә, күңеленә һеңдерә. Ғаиләләге өс малай араһында ул иң хислеһе булғандыр, моғайын. Телевизорҙа, радиола ишеткән һәр йырҙы тиҙерәк отоп алырға тырышып, ҡат-ҡат йырлап йөрөүенә туғандары өйрәнеп тә китә. Мәктәпкә барғас, уҡытыусыһы Гөлсинә Самат ҡыҙы малайҙың һәләтен күреп, йырҙар өйрәтә, сәхнәгә сығара, конкурстарҙа ҡатнаштыра башлай. Ижадҡа, сәхнәгә һөйөү шулай ярала Илһамдың булмышында.
– 9-сы класты тамамлауға мин йырсы буласаҡмын тип ныҡлы хәл иткәйнем инде. Шуға ла Сибай сәнғәт колледжының вокал бүлегенә уҡырға килдем. Талантлы уҡытыусыларым Динар Ыласынов менән Гөлсинә Ҡудашева мине йырсы булараҡ әҙерләп, оло сәхнәгә сығарҙы. Студент саҡта талантлы дуҫтарым Баязит Ғәйнуллин, Ринат Өмөтҡужин, Динислам Сафин, Илфат Күсәрбаев, Азат Исҡужиндар менән бергәләшеп “Арман” этно төркөм ойоштороп, концерттар ҡуйып йөрөнөк. Республика, халыҡ-ара конкурстарҙа еңеүҙәр яуланыҡ. Үҙем дә уҡыған ваҡытта уҡ “Башҡорт йыры”, “Ирәндек моңдары” һәм башҡа сараларҙа ҡатнашып, тәжрибә тупланым. Думбырала, гитарала уйнарға өйрәндем. 2018 йылда диплом алғас, Сибай концерт-театр берекмәһенең “Тархан” төркөмөндә эш башланым. Ә бер йылдан әрме хеҙмәтенә саҡырыу килде, – тип иҫкә ала Илһам.
Әрме хеҙмәте Илһам өсөн тормош мәктәбе генә түгел, әлеге хәрби тормошҡа ҙур этәргес һәм ярҙам була. Сөнки курсант булғанда уҡ бүлек командиры вазифаһын үтәргә тура килә уға. Шул йылдарҙа уның тағы ла бер таланты асыла – һағыныу хистәре һәм тормош тураһында уйланыуҙар егеткә шиғыр яҙырға илһам уята.
Әрме хеҙмәтен үтәп ҡайтҡас, йырсы ижад юлын дауам итә. Шулай уҡ режиссер ярҙамсыһы, музыкант, тауыш операторы вазифаларын да үтәй. Концерт-театр берекмәһендә ул үҙенең яҙмышын да осрата – Эльвира Ғиззәтуллина менән танышып, ғаилә ҡоралар. Ишембай ҡыҙы Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумын тамамлап, “Сулпан” балалар театрында эшләй. Йәш ғаиләнең Таһир исемле улы үҫә.
Яңы ғына һөйгән йәрен тапҡан, ең һыҙғанып эш башлаған егеткә барыһынан айырылып, яуға китеү еңелдән булмай.
Уҡыу полигонына барғас, егетте бүлек командиры итеп ҡуялар, унан тыш, пилотһыҙ осоу аппараты операторына уҡып, практика үтә. Ике айҙан һуң Төп хәрби сәйәси идаралыҡтан хат килә. Унда ҡайһы бер артистарҙы Көньяҡ хәрби округтың Йыр һәм бейеү ансамбле составындағы Фронт ижади бригадаһына ебәрергә ҡушылған була. Иркутск, Липецк, Кубань, Мәскәү, Донбасс, Башҡортостан һәм Яҡут республикаларынан, Белоруссиянан барлығы 15 егетте ошо бригадаға туплайҙар. Сибайҙан дүрт егет – сәнғәт колледжы директоры Замир Янтурин, филармония оркестры етәксеһе Радик Далхин, Сибай инфекция дауаханаһының рентген бүлегендә эшләүсе Ильяс Сафаров һәм йырсы Илһам Мөхәмәтшин әлеге ваҡытта унда хеҙмәт юлын дауам итә. Йылдан ашыу аралыҡта ил һаҡсыларына, Донбасс халҡына 600-ҙән ашыу концерт ҡуйылған, һәм ул тамашалар әле лә дауам итә.
– Алғы һыҙыҡта булған, ялға сыҡҡан, госпиталдә ятҡан, яуға сығырға әҙерләнгән һалдаттар алдында сығыш яһайбыҙ. Төрлөһөн күрергә тура килде. Һөжүмгә лә эләгәбеҙ, вафат булғандарҙы ҡосаҡлап иларға ла тура килде. Быға тиклем артист булараҡ матур мәҙәниәт йорттарында, сәхнәләрҙә сығыш яһаһаҡ, хәҙер землянкалар, блиндаждар буйлап йөрөйбөҙ. Филармонияла эшләгәндә үк артистар бер-беребеҙ менән дуҫ инек, ә полигонда хәрби уҡыуҙар башланыу менән бер туғандарға, татыу ғаиләгә әүерелеп бөттөк. Хәҙер дүртебеҙ бер төптән булып, ярҙам итешеп, һөйләшеп йөрөйбөҙ. Шуға ла беҙгә ҡайһы берәүҙәргә ҡарағанда еңелерәк тура килә. Ижад кешеһе һәр ваҡытта ла көс-ҡеүәтте, дәртте ижадтан ала. Ялға (ротация) сыҡҡан йәки яраланған һалдаттарҙың бер мәлгә булһа ла онотолоп концерт ҡарауы, беҙгә ҡушылып йырлауы, бейеүе, йөҙҙәрен йылмайыу балҡытыуы – улар үҙҙәре лә йыр-моңға битараф түгелегенә ишара. Аҙ ғына булһа ла күңелдәренә шулай дауа алалар. Ә беҙ үҙ бурысыбыҙҙы үтәйбеҙ, эшебеҙҙең һөҙөмтәһен күрәбеҙ. Әйткәндәй, әлеге ваҡытта мин, рус патриотик йырҙары менән бер рәттән, башҡорт йырҙарын да (“Ел, ерәнем”, ”Уралыбыҙ”, ”Мәңгелек мөхәббәт”, ”Һаумы, әсәй”) башҡарам. Һалдаттар араһында төрлө милләт вәкилдәре бар, әммә ниндәй генә телдә йырлаһаҡ та, беҙҙе алҡыштарға күмәләр, рәхмәт әйтәләр. Күңелдә бер генә теләк һәм өмөт: Аллаһ бирһә, еңеү яулап, тыуған яҡтарға имен-аман ҡайтырға яҙһын, – ти Илһам. Шулай уҡ рәхмәт һүҙҙәрен еткерергә лә онотманы.
– Тыуған яҡтарҙан гуманитар ярҙам даими килеп тора. Тәү сиратта рәхмәт һүҙҙәрен Сибай ҡалаһының хакимиәт башлығы Азамат Юлдашбаевҡа, уның командаһына һәм яҡташтарға еткергем килә: посылкаларҙы ваҡытында һәм юғалтыуһыҙ килтерәләр. Ауылдаштарыма ла махсус рәүештә миңә тип атап, йыйып ебәргән күстәнәстәр, кәрәк-яраҡтар өсөн рәхмәтемде белдерәм. Шулай уҡ посылкаларға балаларҙың яҙған хаттары, ихлас теләктәр еткергән открыткалары, төшөргән һүрәттәре һалыныуы бик ныҡ ҡыуаныслы һәм иҫтәлекле. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың барыһын да һаҡлап булмай.
Бала саҡтан хыялланып, яратып һайлаған һөнәре, йырланмаған йырҙары, тамашасылары, ғаиләһе һәм яҡындары Илһамдың тиҙерәк еңеү менән тыуған яҡтарына ҡайтыуын өҙөлөп көтә. Батырлыҡ менән ижадты йәнәш ҡуйып, бөгөн ил һағында торған Илһамға ла, шулай уҡ беҙҙең киләсәк өсөн махсус хәрби операцияға юлланған һәр һалдатҡа рәхмәтлебеҙ!
Гөлнур ҠЫУАТОВА.
* * *
Ситлек эсендә ҡош йырын көйләй,
Һағыштарға тулған күңеле.
Бәхет өсөн уға күп кәрәкмәй:
Тик асылһын ғына ситлеге.
Һағыныуын ҡушып йыр-моңона
Һайрайҙыр ул түгеп күҙ йәшен.
Ышанысын өҙмәй көндәр һанай,
Тик бикле шул ситлек, асылмай.
Урман-туғайҙарҙы ҡосоп алып,
Килтерермен ергә изгелек;
Тәҙрәңә килеп һайрармын мин,
Тик бир генә, зинһар, иреклек.
* * *
Тағы бер көн үтте һиҙҙермәйсә,
Йоҡламайса төнөм үткәрәм.
Һинең яҙмыш, тотош ил яҙмышын
Үҙ иңдәрем менән күтәрәм.
Тыныс йоҡлаһындар, тәмле төштән
Уятмаһын тиеп дошмандар.
Ышанығыҙ миңә, һынатмаҫмын,
Тик көтөгөҙ, дуҫтар, туғандар!
Таңғы ҡояшты мин ҡаршы алам
Рәхмәттәрем уҡып Хоҙайға.
Башҡорт улың, илем, сафта тора,
Уй ғынаһы әллә ҡайҙарҙа...
Һағындыра йәшел туғайҙарым,
Һағындыра ҡуйы урманым.
Һағындым мин бар халҡымды, ерҙе,
Һағындырҙың, Башҡортостаным!!!
* * *
Мин ҡайтырмын,
Иркен генә һулап
Тыуған яҡтың таҙа һауаһын.
Ышанмай ҙа ҡарап торор инем
Тыуған йорттоң таныш тупһаһын.
Бала кеүек ихлас ҡыуанып,
Йүгереп тә инеп ата йортона:
“Атай, әсәй! Бына мин дә ҡайттым,
Нисек киттем – иҫән-һау ғына!”– тип
Әйтермен дә ҡулдарымды йәйеп,
Һәр береһен алырмын һөйөп.
Мин ҡайтырмын!!!
Булыр ҡыш миҙгеле, йәки яҙым,
Булыр байрам, булыр ҡыуаныс!
Булһын ғына ҡаршы алыр кешеләрем,
Булһын еребеҙ һәм күгебеҙ тыныс...
Булһаң ине мәңгелек...
Бер ҡарауҙа булды һуғыш,
Бер ҡаруҙа булды ут.
Бер ҡарауҙа дуҫың юҡҡа сыҡты,
Бер ҡарауҙа һин дә юҡ...
Бер ҡараһаң, ҡояш байыр,
Бер ҡараһаң, бәлки, таң атыр.
Бәлки, беҙҙең тормош – көрәш түгел?
Бер уйлаһаң, бәлки, шулайҙыр...
Кисә генә беҙ яҡташтар инек,
Кисә генә булдыҡ дуҫ.
Кисә генә хат яҙыша инек,
Бөгөн инде кемдер юҡ...
Ышан, дуҫым, мин – тыныслыҡ өсөн!
Бел һин, мин дә түгел мәңгелек.
Кисә үтте, иртәгәгә йыраҡ,
Бөгөнгө көн менән йәшәйек!..
Илһам МӨХӘМӘТШИН.