Найти тему
Журнал "Шонкар"  

Ынйы сәскә. Зөһрә ИСЛАМОВА.

Парса

Ҡалала автобуста йөрөгән кешеләр йәйәүлеләрҙән, руль артындағыларҙан айырылып тора. Пассажирҙарҙың күпселеге — ҡатын-ҡыҙ, студенттар, өлкән йәштәгеләр. Ир-атты автобуста һирәгерәк осратаһың. Ни тиһәң дә, уларҙың күбеһе Өфө урамдары буйлап үҙ машиналарында елдерә. Айырма ниҙә һуң? Йәйәүлеләр — үҙ йорттарына яҡын эшләгән йәки йөрөп ҡайтырға сыҡҡан кешеләр. Улар һалмаҡ ҡына атлап, ашыҡмайынса йөрөй. Машинала елдереүселәр, ғәҙәттә, эре ҡиәфәт һәм ышаныслы аҙымдар менән машинанан төшөп, барыр еренә бер нисә аҙым ғына яһай. Иртәнге яҡта йүгерә-атлай туҡталышҡа барыусы — мотлаҡ автобусҡа ашыға. Кисен ике ҡулына ла сумка күтәреп, ҡарашын ергә төбәп, арып-талып ҡайтҡан кеше, ғәҙәттә, шул автобуста йөрөгәндәр иҫәбендә була. Мин дә шул ерҙән йөрөүсе “автобус пассажиры” исемлегендәмен.
Ғәҙәттәгесә, иртәнге яҡта шығырым тулы автобустан көс-хәл менән төшөп ҡалдым да, светофорҙың күҙе йәшел янғанын көтөп торам. Урамдың икенсе яғына сығып етәрәк, ынйы сәскә һатып торған ир күҙгә салынды. Тар ғына тротуарҙа баҫып торғанлыҡтан, уны күрмәй үтеп китерлек түгел. Илле йәш тирәһендәге ир-ат ябай кейемдән, өҫ-башы таҙа, бөхтә. Йөҙө бахмурҙан интеккән кешенекенә оҡшамаған. Ҡайһыһы эш урынына, ҡайһыһы уҡырға ашыҡҡан йәйәүлеләрҙең уның янында туҡтарға иҫәбе юҡ ине. Иртән иртүк кем сәскә һатып алһын инде? Аҡсаһыҙлыҡтан сығып баҫҡандыр инде был кеше, тип уйланым да юлымды дауам иттем.
Аҙна-ун көн ваҡыт үтте. Сәскә һатыусы мин иртә менән эшкә барғанда ла, ҡайтҡанда ла, төшкө ял сәғәтендә лә шул бер үк урында үҙ хеҙмәтендә булды.
Бер көндө эштән кәйефем ҡырылып сыҡтым. Арыу-талыуымды онотор, көндөҙгө ығы-зығынан арыныр өсөн үҙ туҡталышымды үтеп китеп, бер аҙ йәйәү атларға булдым. Башымды күтәрмәйенсә, аяҡ аҫтына ғына ҡарап барам. Шул ваҡытта янымдан үтеп барғандарҙың туфли-кроссовкиҙары араһынан бер һабаҡ ынйы сәскә пәйҙә булды.
— Ҡара әле! Был сәскәләр баштарын аҫҡа эйгәндәр икән бит! Үҙҙәре шундай наҙлы, хуш еҫле. Юҡҡа ғына уларҙы элек-электән сафлыҡ, яғымлылыҡ, мөхәббәт һәм тоғролоҡ билдәһе тимәйҙәр шул...
Уйҙарым кәүҙәмде турайтып, башымды юғары күтәрергә мәжбүр итте. Шунда һатыусы менән күҙ ҡараштарыбыҙ осрашты. Төпкә батҡан һоро күҙҙәрҙә әллә ниндәй һағыш сағыла ине. Мин, уңайһыҙланып:
— Сәскәләрегеҙ күпме тора? — тип һорамай булдыра алманым.
— Йөҙ һум, — тине теге ир кеше.
Бер һүҙ ҙә өндәшмәй юлымды дауам иттем. Биш-алты аҙым үтеүгә әллә ниндәй бер көс туҡтарға мәжбүр итте. Әзмәүерҙәй ирҙең урам сатында ни сәбәптән сәскә һатып тороуын белгем килде. Сумкамды асып, аҡса янсығынан йөҙлөк эҙләнем. Тик унда һуңғы бер меңлек кенә ята ине.
Һатыусы эргәһенә барып:
— Һеҙҙең бер меңлектән ҡайтарып бирергә аҡсағыҙ булырмы? — тип һораным.
— Әлбиттә, бар, — тип яуапланы ул.
— Мин һеҙҙән сәскә һатып алам. Тик бер шартым бар.
— Ниндәй шарт?
— Һорауыма яуап бирегеҙ: һеҙҙе иртәнән кискә тиклем урам сатында сәскә һатып торорға нимә мәжбүр итә?
Һатыусы аптыраманы ла кеүек.
— Ғаиләм ҙур бит, дүрт баланы туйҙырырға кәрәк, — тип тыныс ҡына һөйләп китте. — Машина тәгәрмәсе төҙәтеүсе мин. Унда сезонлы эш. Шуға күрә сәскәләр ҙә һатам. Бының ояты юҡ тип уйлайым мин. Аҡсалы ғына эшем бар ине лә ул... Барыһы ла ҡара үткәнем арҡаһында... Мин наркоман инем. Йәш саҡта, вайымһыҙлығым арҡаһында, наркота менән шаярҙым шул. Шуға эшһеҙ ҙә ҡалдым. Үлем сигенә етеп, реабилитация үҙәгенә эләктем. Унда Аллаһы Тәғәлә ярҙамы менән аяҡҡа баҫып сыҡтым. Намаҙға баҫҡаныма ла арыу уҡ йылдар. Яңынан өйләндем. Тағы бер бәпәй көтәбеҙ. Заказдар булғанда химчистка хеҙмәте менән дә шөғөлләнәм. Үҙегеҙгә йәки таныштарығыҙға кәрәк булһа, ярҙам итә алам. – Ул миңә тейешле аҡсаны һанап бирҙе лә:
— Һеҙҙең исемегеҙ нисек? Киске намаҙ ваҡытында доға ҡылырмын, — тип, миңә ынйы сәскә гөлләмәһен һуҙҙы.
Һатыусыға рәхмәт әйтеп, юлымды дауам иттем. Киске яҡта пассажирҙар менән шығырым тулы автобусҡа кереп, буш урынға ултыра алыуыма шатланып, үҙ уйҙарыма сумдым. “Ҡыҙыл китап”ҡа индерелгән сәскәләр менән һатыу итеүсенең әйткән һүҙҙәре ысын күңелдән кеүек ине.
Тик типһә тимер өҙөрлөк ирҙең урам сатында сәскә һатып тороуы ғына мәҙәгерәк. Бөгөнгө көндә тәүбә ҡылһа ла, күптән үҙ тормошон үҙ ҡулдары менән тулыһынса селпәрәмә килтергән. Йәшәйештең иң түбән соҡоронда аунаған... Был уйҙар минең күңелдә әллә ниндәй ауыр тойғо ҡалдырҙы. Ә автобус салонына ынйының хуш еҫе таралған ине.
Уйҙарымдан арынып, үҙ туҡталышымда төшөп ҡалыр өсөн ултырған урынымдан иртәрәк торҙом. Ни тиһәң дә, автобустың артынан сығыу яғына табан, кешеләрҙе йырып үтәһем бар ине әле. Сәскә тотҡан ҡулымды күкрәгемә ҡыҫып, үҙемде эреле-ваҡлы ағастар үҫкән ҡуйы урман аша уҙғандай хис итеп, кешеләр араһынан юл яра башланым. Ошо мәлдә алғы ишек янына етеп, шоферға аҡсамды бирәм тигәндә генә, ул кинәт кенә тормоз педаленә баҫты, һәм мин, тигеҙлегемде юғалтып, ҡулдарым менән тотонор ер эҙләп, капот өҫтөнә йығылдым. Артымда баҫып тороусы ҡатын да, тотонор урын тапмайынса, минең өҫкә ауҙы. Ул арала шоферҙың:
— Ты что творишь, урод?! — тип автобустың һул яҡ тәҙрәһенә ҡарана-ҡарана кемгәлер екергәне яңғыраны.
Күҙ асып йомған арала булған был хәлдән айнып, имгәнмәнемме икән тип, өҫ-башымды ҡараштырып, яңынан аяҡҡа баҫҡанда, ынйы сәскәләр “Пазик”тың туҙанлы иҙәненә һибелеп, тапалған ине инде...

Зөһрә ИСЛАМОВА.