Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Инвестһабантуй донъя чемпионы Джефф Монсон менән зарядканан башлана

24 майҙа иртәнсәк Сибай ҡалаһының үҙәк майҙанында Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаты, Рәсәй һәм Америка спортсыһы Джефф Монсон һабантуйҙа форум ҡунаҡтарына, ҡаланың спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәренә, юғары һәм урта махсус уҡыу йорто студенттарына дөйөм физик әҙерлекте, мускулдарҙы нығытыу өсөн күнекмәләр тәҡдим итә. 24 майҙан 26-на тиклем Сибай ҡалаһында «Урал аръяғы-2024» VI Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы уҙғарыла. Форумда төрлө илдәрҙән делегациялар ҡатнаша. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Урал аръяғы-2024»VI Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйын ойоштороусылар булып Стратегик башланғыстар агентлығы һәм Башҡортостан Хөкүмәте сығыш яһай. Иҡтисади форумда шулай уҡ федераль һәм төбәк дәүләт учреждениелары, Рәсәй һәм сит ил компаниялары вәкилдәре, инвесторҙар, эксперттар, билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашасаҡ. Фото: forum-zauralye.com.