Хикәйә
Ғәлимйәндең автобусты туҡтатыуы булды, барса халыҡ этешә-төртөшә ишеккә тығылды.
– Күҙең аларып, әҙәм башы аша ҡайҙа ынтылаһың? Алдыңда торған кешеләр әллә һиңә түмәрме?
– Аяғыма баҫтың!!! Уй, Аллам, үлтерә инде! Ал аяғыңды! Ни таш һымаҡ кәүҙәң менән ҡымшанмай ҙа аяғыма баҫып тик тораһың?!
Ул арала бер бала ҡысҡырып илап ебәрҙе.
– Индерегеҙ бынау баланы әсәһе менән алдан...
– Ҡайҙа һуҡыр һарыҡ һымаҡ алға тороп алғанһың да ни инмәйһең, ни сыҡмайһың?
Дәү кәүҙәһе менән автобус ишегенә ҡыҫылып торған һаҡалтай иргә әрләү һүҙҙәре яуҙы.
Күпмелер ваҡыт үтеүгә, барыһы ла үҙ урынын тапты. Иң аҙаҡ автобусҡа дүрт-биш йәштәр самаһындағы малайы менән йәш ҡатын инеп баҫты. Ул, ҡайҙа ултырырға белмәй, улай-былай ҡаранды. Буш урын тапмағас, автобустан төшөргә булды.
– Ҡара әле бынау туҙ битте?! Ни йөҙөң менән алғы рәттә ҡарбайып йәйелеп ултыраһың ул, ә? Тор хәҙер үк, ана, балаға урын бир. Бар, ана, төпкәрәк үт! – тип ярһыны алғы рәттә йәнәш ултырған ике оло апайҙарҙың береһе.
«Туҙ бит» өндәшмәне, теләр-теләмәҫ кенә торҙо ла артҡы рәттәргә табан уҙҙы. Уға ла ҡайҙалыр урын табылды.
Тартылған еп һымаҡ тигеҙ юлдан автобус юлын дауам итте.
Тынлыҡ оҙаҡҡа барманы. Энәнән-ептән заманса ҡупшы кейенгән бер егет ҡолаҡтарға арҡыры торғандай, йәшелле-күкле ноталарҙан торған ғәжәп иләмһеҙ көйҙө бар көсөнә уйнатып ебәрҙе.
Башҡалар, сырайҙарын һытып, өндәшмәй генә ризаһыҙлыҡтарын белдерһә лә, теге ярһыу апай түҙмәне.
– Ҡара әле, кем, улым, ул ниндәй йыр ул, ә? Ҡуй, аҡыртма, ике ҡолағыңа ике сымыңды тыҡ та үҙең генә тыңла, йәме? – тине артҡа әйләнеп.
Ҡупшы егеттең йөҙө болотло көн һымаҡ йәмрәйҙе. Көйҙө туҡтатты, асыулы ҡиәфәтен тәҙрә яғына борҙо ла тынды.
Иң алғы рәттә әсәһе янында килгән бәләкәй малай урынында ултырып сыҙамай, борғолана, зәп-зәңгәр күҙҙәренән шатлыҡ бөркөп, кешеләргә йылмая.
«Бала бала инде. Әле генә яу һалып илай ине. Хәҙер йөҙөнән йылмайыу китмәй...»
Ғәлимйән малайға ҡарап, эстән генә көлөп ҡуйҙы.
Ул арала малайҙың күҙенә урта тирәлә ултырған ҡара мыйыҡлы, ҡуйы ҡара сәсле егет салынды. Урынынан ырғып төшөп, егет янына барып баҫты ла бик оҙаҡ ҙур диҡҡәт менән йөҙөнә текләп торҙо. Унан, оло асыш асҡандай, тантаналы тауыш менән:
– Филипп Киркоров! – тип ҡысҡырып ебәрҙе.
Йоҡомһорап-ойоп ултырған егет ҡапылда аптырап ҡалды. Айышына төшөнгәс, киң бите табаҡтай йәйелде, көлөп ебәрҙе. Малайҙың әсәһе ныҡ уңайһыҙланды, йөҙөнә ҡыҙыллыҡ йүгерҙе.
– Вәт малай, ҡайҙан белә ул Киркоровты? – тип ғәжәпләнде урта йәштәрҙәге ағай.
– Бөтә йырсыларҙы ла, йырҙарҙы ла белеп бөткән ул, – йәш ҡатын уңайһыҙланып ҡына аңлатыуҙы кәрәкле һананы.
Малай урынына килеп ултырҙы ла, башын әсәһенә терәп, йоҡлап китте.
Оло һыу тапҡырына еткәс, ҡармаҡ, кәрәк-яраҡтарын ҡулына тотҡан балыҡсы урынан:
– Остановите, пожалуйста, здесь, – тип ҡысҡырҙы.
«Остановите» һүҙенә уянып киткән малай ҡараштары менән балыҡсыны ишеккә тиклем оҙатты ла ишек ябылыр-ябылмаҫтан:
Остановите музыку,
Остановите музыку,
Прошу вас я, прошу вас я,
С другим танцует девушка моя-я-я ... – тип йырлап та ебәрҙе.
Автобуста дәррәү көлөү тауыштары яңғыраны.
– Ну ты, пацан, мо-ло-дец!!!
Ғәлимйән янында ултырып килгән Сәғит дуҫы күҙҙәренән йәш сыҡҡансы рәхәтләнеп көлдө.
– Шулай. Алма ағасынан алыҫ төшмәй шул, – тине ярһыу апай. – Әсәһе йыр дәрестәренән уҡыта бит уның.
Ғәлимйән көҙгөнән йәш ҡатынға күҙ һалды.
– Кеше улай итеп йырламай. Бүтән йырлама, йәме, – тип әсәһе малайҙы алдына алып ултырҙы.
Әллә оҙон юлда өндәшмәй барыу ялҡыттымы, әллә малай үтә лә күңеленә оҡшап ҡалдымы, Сәғит, бармағы менән ишаралап, малайҙы үҙе янына саҡырҙы. Ишараны тиҙ генә аңлаған малай, турғай һымаҡ осоп-ҡунып, Сәғит эргәһенә килеп тә ултырҙы.
– Йә, ҡустым, һөйләп ебәр әле, нисә йәш һиңә?
– Ошолай.
Малай Сәғиткә дүрт бармағын күрһәтеп йылмайҙы.
– Ә ул нисә була һуң?
– Дүрт.
– Вәт маладис, белә икәнһең. Ә исемең кем һуң?
– Буранбай.
– О-һо, һин башҡорт батыры улай булғас, шулаймы?
Сәғит малайҙы арҡаһынан һөйөп алды.
– Ә мин «Буранбай»ҙы йырлай ҙа беләм, – тине малай, зәңгәр күҙҙәрендә нур уйнатып.
– Йә әле, ҡустым, йырла әле шул йырыңды!
Сәғит бәләкәскә көс-ҡеүәт өҫтәп ебәрҙе.
– Табаҡ та ғына табаҡ, ай,
аҡ ҡағы-ы-ыҙ…
Әсәһенең шелтәле ҡарашын күргән малай туҡтаны.
Сөй буйындай баланың ауыҙынан йырҙың арыу уҡ таныш өлөшөн ишеткән кешеләр ауыҙ асып аптыранды.
– Дә-ә-ә, һин, малай…
Башҡа әйтер һүҙ тапмай, Сәғит бәләкәстең башынан һыйпаны.
– Был тиклем дә моңло-зарлы бала икәнһең дә…
Ярһыу апай ҡулъяулығы менән күҙ йәштәрен һөртөп мышҡылданы.
Һүҙҙе икенсегә борорға теләп, Сәғит ҡапыл ғына:
– Өйөгөҙҙә кемдәр бар, ҡустым? – тип һораны.
– Этебеҙ, бесәйебеҙ, әсәй, өләсәй, мин…
Малай ҙур ихласлыҡ менән бармаҡтарын бөгә-бөгә һананы.
– Ә атайың ҡайҙа һуң?
– Атай? Атай... юҡ... Армияға киткән дә ҡайтмай ҙа ҡайтмай, ҡайтмай ҙа ҡайтмай…
Иң аҙаҡҡы һүҙҙәрҙе әйткәндә ныҡ өмөтһөҙлөккә бирелепме, малайҙың тауышы ҡалтыранды. Ул бәләкәс кенә ҡулдары менән танауын ҡыҙартҡансы ышҡып алды.
– Бахы-ы-ыр ғына бала... Атаһы ҡайҙан ғына армияла булһын инде…
Ярһыу апай һаман ҡулъяулығы менән танау-күҙен тызыны.
– Нимә булған һуң атаһына? – тип һорау бирҙе йәнәшәһендәге тыныс апай.
– Атаһы милитсиә ине. Чишнәгә камандировкаға китеп үлеп ҡайтты бит.
– Уй, бахыр, кит инде... Ҡайһылай ғына ҡыйын булған...
– Был сабый ни, атайғынаһын күрмәй ҙә ҡалды...
Ғәлимйән йөрәгенең дарҫлап типкәнен бөтә булмышы менән тойҙо. Ул тағы көҙгөнән йәш ҡатынға күҙ һалды. Күҙҙәре йәш менән тулған ҡатын башын ҡапыл ғына тәҙрә яғына бороп ултырҙы.
Атайһыҙ бала... Был һүҙҙәр Ғәлимйәндең йөрәгенә бала сағынан осло башлы уҡ булып ҡаҙалды, етемһерәгән күңеленә ҡыҙыу күмер булып уңалмаҫлыҡ мөһөр баҫты, башына аҙым һайын ағас туҡмаҡ булып төштө. Атаһын урманда ағас баҫып үлтергәндә, Ғәлимйәнгә лә дүрт йәштәр тирәһе булғандыр.
Әсәһе уны:
– Атайың урманға китте, иртәгә ҡайта, – тип йыуатыр ине.
– Атай, ҡа-а-айт! – тип бәләкәй Ғәлимйәндең урман яғына ҡарап, илап-илап атаһын саҡырғаны аҙ түгел.
Ваҡыт уҙа килә, атаһының бер ҡасан да ҡайтмаҫын белде, төңөлдө малай. Ә иң ҡыйыны атайлы тиңдәштәре араһында үҫеү булды. Мәктәптән ҡайтыу юлында үҙ-ара көрмәкләшеп-һуғышып китһәләр, башҡа малайҙар уны:
– Атайыма әйтеп туҡматам! – тип ҡурҡыта.
Ә инде Ғәлимйән еңелеп:
– Әсәйемә әйтәм! – тип янаһа, атайлы малайҙар:
– Һи-и-и, һинең әсәйеңде минең атайым сәтәкәй бармағы менән эләктереп ала ла анау тауҙың аръяғына ырғыта. Һа-һа-һа! – тип көлөрҙәр ине.
Ғәрлеге килгән Ғәлимйән, туп-тура һарайға уҙып, шунда мөйөштә ултырып туйғансы илай ҙа шунан ғына өйгә ҡайта.
Тәнәфес мәлдәрендә мәктәп бәҙрәфенә юлланған кескәй Ғәлимйәнде өлкән синыф малайҙары тотоп ала ла һалҡын ҡарға ырғыта, шунан ҡәнәғәтлек тойғоһо кисереп, хахылдап көләләр.
Ошоларҙы иҫенә төшөргәс, Ғәлимйәндең тамағына әсе төйөр килеп тығылды.
Ул уҡыуҙа ла, эштә лә алдынғылыҡты берәүгә лә бирмәй үҫте. Аталы балалар эшһеҙ-көшһөҙ көндәр буйы урамда эт һуғарғанда, малай утын ярҙы, әсәһенә оҙон йәй буйы бесән әҙерләүҙә ярҙам итте. Яҡшы уҡыуы, өлгөлө тәртибе өсөн фотоһы мәктәптең «Почет таҡтаһы»нан төшмәне. Үҫмер сағында, аталы балалар көнө-төнө мотоциклдарҙа урам буйлап ел упҡанда, велосипедта мал көттө, донъя, хужалыҡ эштәре менән мәшғүл булды. Бәләкәй сағынан аҙым һайын аяғы-ҡулы тейгәндәрҙән типке-туҡмаҡ татып үҫһә лә, ун ете йәшендә ҡапыл нығынып, оҙон буйлы, мыҡты кәүҙәле егеткә әйләнде. Уңайы тап килгән һайын уны йәберләүҙән кинәнес тапҡан оло егеттәр хәҙер урап үтте. Ә шулай ҙа тоҙло-боросло һүҙҙәрҙе борсаҡ урынына атып китеүҙе үҙҙәренең кисектергеһеҙ бурыстары итеп һананылар.
Урта мәктәпте миҙалға тамамлаған Ғәлимйәнгә уҡытыусылар артабан уҡырға кәңәш бирҙеләр, ҙур кеше булып китеренә өмөт бағланылар. Егет ауырыу әсәһен ҡалдырып китә алманы. Һөнәрселек училищеһына юл тотто, шоферлыҡҡа уҡып сыҡты. Төрлө ойошма, хужалыҡтарҙа машина йөрөттө. Тырыш хеҙмәте өсөн гел генә маҡталды, абруйы бермә-бер күтәрелде. Ә бына һуңғы ике йылда автобус йөрөтә.
Йылдар үтә килә, атайһыҙлыҡтың ауыр михнәттәре юйылғандай булһа ла, бар икән шул әле мәңгелеккә онотолмай ҡалғандары...
Эсмәгән, тартмаған, баҫалҡы матур егет бөтә ҡыҙҙарҙың да иғтибар үҙәгендә булды. Егет береһен дә оҡшатманы, үҙе менән бер синыфта уҡыған Илүзәне яратты. Оло йәштә булған атаһы менән әсәһе Илүзәне бер ҡайҙа сығармай, күҙ ҡараһылай күреп, ҡурсалап үҫтерҙе. Мәктәпкә, һыуға барғанда, ауыл араһына йомош-фәләнгә сыҡҡанда күренгеләй Илүзә. Исмаһам, бер тапҡыр ҙа ҡыҙ менән һөйләшә алмай Ғәлимйән армияға алынды.
Ауыл йәштәре Ғәлимйәнде армияға оҙатырға тау башына сыҡҡанда, араларында Илүзәне күреп, егеттең йөрәге шартлар сиккә етте. Китер мәл еткәс, Ғәлимйән, бөтә батырлығын йыйып, ҡыҙ алдына килеп баҫты ла:
– Мин һине яратам, Илүзә! Мине көтөрһөңмө? – тип хушлашырға ҡулын һуҙҙы. Ҡыҙҙың күҙҙәренә йәш тулды. Ҡулдарын Ғәлимйәнгә һуҙҙы ла:
– Эйе, – тип башын ҡаҡты.
Егет өсөн күк ҡабағы асылғандай булды. Күҙҙән юғалғансы ҡулдарын болғай-болғай оҙатып ҡалған Илүзәнең һыны күҙ алдынан китмәне.
Әрме хеҙмәтен башлап ярты йыл да ваҡыт үтмәне, Сәғит дуҫынан хат килеп төштө. Оло йәштәге ата-әсәһен ҡалдырып уҡырға китә алмаған Илүзәне, ай-вайына ҡуймай, Ғәлимйәндәргә ҡаршы йортта йәшәүсе колхоз рәйесе малайы Ғәзизйәнгә кейәүгә биргәндәр!
– Яратмайым мин ул һөмһөҙ ялҡауҙы! Суҡмар танауын күккә күтәреп йөрөүҙән башҡа нимә белә ул?! – тип илаған Илүзә.
– Ярай, суҡмар танау булһа ла, бай атаһы бар! Бер ҡулың – балда, икенсеһе майҙа булыр. Байлыҡта йөҙөп йәшәрһең, Алла бойорһа! Ул Ғәлимйәндең арҡа терәр атаһы, башын терәр өйө юҡ. Ана, күр, Ғәзизйәндең өйө янында уның өйө ҡара мунса ише. Уға башыңды бәйләп, хәйерсе көнөнә ҡалғың киләме, ә? Илама ауыҙыңды сабаталай йәйеп, олома бүре һымаҡ! – тип Сәғирә әбей, ул һуғырҙан, был һуғырҙан янап, ҡыҙын кейәү йортона оҙатҡан.
Был ваҡиға йәш һалдатты аяҡтан йыға яҙҙы. Эх, ошо атайһыҙлыҡ... Уның тырнаҡ осона ла торошлоғо булмаған баш-аяҡһыҙ иркә Ғәзизйән, яҡты хыялдарын селпәрәмә килтереп, аяҡ аҫтына һалып тапаны.
Ауыр кисерҙе быны Ғәлимйән. Йөҙө һурылды, ҡараштары тоноҡланды, уйсан, өндәшмәҫ егеткә әйләнде.
Ваҡыт күңелде яралай, ваҡыт йөрәк йәрәхәттәрен кире уңалта, ямай. Тормош ҡанундары шулай. Ғәлимйән дә яҙмышына күнде. Ҡара мунса өйө урынына бейек матур йорт ҡалҡып ултырҙы. Ата-әсәһе үлеп киткәс, рәйес малайы Ғәзизйәндең йорто күҙгә күренеп ҡотһоҙланды. Яңы төҙөлгән йорттар араһында ҡара мунса ише булып меҫкенләнеп ҡалды. Ғәзизйәндең алама ҡылыҡтарына түҙә алмаған Илүзә, бер малайын эйәртеп, кире атай йортона күсеп ҡайтты. Күп тә үтмәне, күрше ауылда ҡатыны вафат булып ҡалған яңғыҙ иргә тормошҡа сығып күсеп тә китте. Ғорур ине шул Илүзә. Ғәлимйәнде әрмегә оҙатып та көтә алмағаны өсөн үҙен-үҙе ғәфү итә алманы.
Илүзә өйөнән сығып киткәс, ялҡау Ғәзизйән башы-тояғы менән эскелеккә сумды. Ә бер көндө иртә менән баш төҙәтергә ингән шешәләш дуҫтары ауыҙ-морононан ҡан киткән Ғәзизйәнде үлгән килеш тап итте. Ваҡытында күкрәк киреп ултырған рәйес өйө ел, кәзә-һарыҡ, берәҙәк эттәр ояһына әйләнде.
Ғәлимйән ауыр уйҙарынан арынып, йәш ҡатынға күҙ һалды.
«Ҡайһылай матур ғына сағында гөлдәй һулыған. Маңлайында хатта һыры бар...» Ғәлимйәндең күҙ алдына ҡапыл әсәһе килеп баҫты. Кемдәр генә һоратып килһә лә, тағы иргә сығыуҙан ҡырҡа баш тартты әсәһе. Килгән кешеләрҙең барыһына ла бер үк яуап булды:
– Ҡуй, бүтәнсә килеп тә йөрөмәгеҙ. Миңә яҡшы ир булһағыҙ ҙа, балам һеҙгә һыймаҫ. Ир балаһын ир һөйәме, донъя туҙҙырып, улымды илатып күсенеп йөрөйһөм юҡ!
Әсәһенең вафатына ла йылдан ашыу ваҡыт уҙып китте. Үлер алдынан Ғәлимйәнде саҡырып алды.
– Улым, – тине ул, – рәхмәт һиңә. Фатихамды биреп китәм. Аҡыллы, уңған булып үҫтең, Аллаға шөкөр. Йөҙөмә ҡыҙыллыҡ килтермәнең. Һуңғы үтенесем бар. Яңғыҙ йәшәмә, йортҡа килен төшөр. Бергә-бергә татыу ғүмер итегеҙ, Алла бирһә...
Бәләкәй генә тарамыш ҡулдары менән улының арҡаһынан һөйҙө, башын һыйпаны ла мәңгегә күҙҙәрен йомдо.
Ғәлимйән ауыр һуланы, янында ултырып килгән малайға ҡараны. Малай үҙен бик тә бәхетле тойоп алға текәлгән. Ара-тирә йоҡомһорап барған Сәғиткә күҙ һала. Ҙур иғтибар менән Ғәлимйәндең автобусты нисек оҫта йөрөтөүен күҙәтә.
Ҡапыл боролоп Ғәлимйәнғә ҡараны ла шат тауыш менән:
– Әллә һин автобустың атаһымы? – тип һорау бирҙе малай.
Кешеләр гөж килде, бөтә иғтибар тағы ла бәләкәскә йүнәлде.
– Эйе, ҡустым, был ағай автобустың атаһы була. Әллә һиңә лә атай булһынмы? – тине лә шуҡ Сәғит Ғәлимйәнгә күҙ ҡыҫты.
Малай бөтә кәүҙәһе менән Ғәлимйәнгә ҡарап боролоп ултырҙы.
– Атай? – тип ғәжәпкә ҡалды ул. – Әллә һин армиянан ҡайттыңмы?
Ғәлимйән уға ҡарап өндәшмәй генә йылмайҙы.
– Ни юҡты һөйләп, бала күңелен ҡыйнап киләһең, ҡара әле, улым? Уйнап һөйләһәң дә, уйлап һөйлә. Бер ҙә юҡҡа сабыйҙы өмөтләндереп ней... – тип һуҡранды алғы рәттәге ярһыу апай.
Артыҡ һүҙ ысҡындырғанын төшөнгән Сәғит тынып ҡалды.
Алда ауыл күренде. Бер кем дә ҡуҙғалманы. Йәш ҡатын ғына урынынан торҙо, ҙур сумкаһын ҡулына алды.
– Әйҙә, улым, – тине ул алда ултырған малайға, – ҡайтып еттек.
Малай аптырап ҡалды, шулай ҙа урынынан ҡуҙғалманы.
– Әйҙә, әйҙә, улым.
Әсә алға үрелеп, шофер янында ултырған малайҙы күтәреп алмаҡсы булды.
– Ҡайтмайым, ошо атай менән китәм...
Сабый урынынан шылды ла Ғәлимйәнгә арҡаһын терәп тигәндәй ултырҙы.
Аптыраған Сәғит уны күтәреп алды ла әсәһенә тотторҙо.
Малай яу һалып илай башланы.
– Ул минең атайым! Армиянан ҡайтҡан да автобустың атаһы булған...
Әле генә бик күңелле килгән халыҡ аптырашта ҡалды, ни ҡарар ҡылырға белмәне.
«Филипп Киркоров» һикереп урынынан торҙо, сумкаһынан шоколад алып һуҙҙы.
– Юу-у-уҡ, кәрәкмәй, өйҙә шоколад кү-ү-үп! – тип иланы сабый.
– Ҡустым, бына-бына, ҡара әле, һыбыҙғы!
Иләмһеҙ көй яңғыратып, ярһыу апайҙан өлөшөн алған егет һыбыҙғыла үҙенсә матур көй һыҙғырып күрһәтте лә уны малайға һондо.
– Кә-рәк-мәй! – тип һыҡтаны бала. – Уның һымаҡ минеке өсә-ә-әү! Миңә атай кәрәк!
– Ана, әсәйең һиңә велосипед һатып алам, ти! – тине кемдер.
– Минең велосипедым икәү! – тип асырғанып ҡысҡырҙы бала. – Атайым юҡ...
– Ҡустым, бына ошо автобус һиңә оҡшаймы? – тип һораны Сәғит дуҫы.
Малай илауҙан туҡтаны. Автобусҡа ҡарап торҙо ла:
– Эйе, – тип баш һелкте.
– Ярай. Улай булғас, әйҙә, автобусты иртәгә һиңә алып киләбеҙ ҙә ҡалдырып китәбеҙ.
– Автобус кәрәкмәй! Ана, автобустың атаһы кәрәк!!!
Кешеләрҙе автобусҡа индермәй торған дәү кәүҙәле һаҡалтай ирҙең түҙемлеге шартлап өҙөлдө, буғай. Урынынан ҡапыл ғына торҙо ла, баланы алып, тиҙ генә автобустан тышҡа һикерҙе. Автобустан төшкән әсәһенә малайҙы тотторҙо ла һикереп эскә инде, ишекте тиҙ генә ябырға ишараланы. Ауыр ыңғырашып автобус урынынан ҡуҙғалды.
– Бахыр бала... Етемселекте берәү ҙә һорап алмай, ҡуй инде...
Алғы рәттәге ике апай яулыҡ остары менән алмаш-тилмәш күҙҙәрен һөрттө. Автобуста ауыр тынлыҡ урынлашты.
Ғәлимйән көҙгөнән артта ҡалған әсә менән балаға күҙ һалды. Малай әсәһенең ҡулынан ысҡынды ла, ике ҡулын алға һуҙып, автобустың артынан йүгерә башланы. Әллә аяғын яңылыш баҫты, берәй әйбергә эләгепме, асфальтҡа башы менән барып төштө лә башҡаса торманы.
Ғәлимйәнде әйтерһең дә ток һуҡты. Ҡапыл автобусты туҡтатты, кабинанан осоп тигәндәй ергә һикерҙе. Унан шәп-шәп аҙымдар менән ерҙә ятҡан сабый яғына атланы.
Малай ҡапыл башын күтәрҙе. Ғәлимйәнде күреп ҡалды ла тырыша-тырмаша аяғына баҫты. Ауа-түнә, аҡһай-туҡһай Ғәлимйәнгә йүгереп килеп етте.
Ғәлимйән уны ҡосаҡлап алды, тупраҡ-туҙанға бысранған йөҙөн, күҙ йәштәрен һөрттө. Сабый еүеш битен Ғәлимйәндең битенә терәп, ике ҡуллап муйынынан ҡыҫып ҡосаҡланы.
– Атай, атайым... Армиянан ҡайттыңмы?..
– Эйе, улым, армиянан ҡайттым...
Ғәлимйәндең дә күҙ йәштәре бите буйлап аҫҡа тәгәрәне. Ул малайҙы күтәреп алды. Яндарына килеп еткән әсәһенә ҡарап йылмайҙы ла:
– Әйҙәгеҙ, миңә ҡунаҡҡа. Ну малайҙы ҡабаттан һеҙгә биреү юҡ, ул минеке. Шулай бит, улым? – тип сабыйҙы күкрәгенә ҡыҫты.
Улар өсәүләп автобус яғына ыңғайланы.
Фәнүзә Биктимерова.