2024 йылдың икенсе ярты йыллығына яҙылыу кампанияһы дауам итә һәм районка үҙенең уҡыусыларын ҡыуандырыуҙан туҡтамай. Дәүләкәндә йәшәүсе Виктор Панков менән Рәфис Сафин «Асылыкүл» һәм «Балҡантау» гәзиттәренә яҙылып, редакциянан матур бүләктәр алды. Виктор Панков: «Гәзиттән бүләк отоу минең өсөн, әлбиттә, көтөлмәгән хәл булды. Быйыл яҙылыу тураһында квитанциямды беренсе тапҡыр килтерҙем бит. Етмәһә, бөтөнләй осраҡлы ғына: редакция эргәһенән үтеп барғанда, башыма ҡапыл ғына, квитанцияны индереп сығайым әле тигән уй килде. Гәзитте 30 йылдан ашыу алдырам, әммә конкурста бер ҡасан да ҡатнашып ҡараманым. Редакцияның үҙенең уҡыусыларына ошондай иғтибар күрһәтеүе күңелде күтәреп ебәрҙе, ҙур рәхмәт. Өҫтәүенә районка биттәрендә хәҙер минең фотомды ла баҫтыралар, бөтә туғандарым һәм таныштарым күрәсәк, тимәк, минең өсөн бер юлы ике сюрприз булды.
Дөрөҫөн әйткәндә, гәзиттә яратҡан рубрикаларым юҡ. Мин барыһын да уҡыйым, бөтә темалар ҙа оҡшай: саралар тураһында ла, кешеләр хаҡында ла - барыһы ла ҡы