Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

“МХО-ла бер кем дә награда тураһында уйламай...”

Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары Азат Бадранов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яңы яҙма менән уртаҡлашты. “9 майҙа тәүге тапҡыр парад кейемен кейҙем. Шулай уҡ 9 майҙа Радий Фәрит улы Хәбиров миңә Шайморатов орденын тапшырҙы. МХО биләмәһендә уҙғарған 1 йыл да 5 ай ваҡытымды республика етәкселеге шулай баһаланы. МХО-ға юлланырға ғариза биргәс, хәрби комиссариат оҙайлы срокҡа контракт төҙөргә тәҡдим итте, шул осраҡта юғары белемлеләргә “лейтенант” званиеһы бирелә. Хеҙмәттән китер алдынан “өлкән лейтенант” званиеһы бирҙеләр. Шулай итеп, мин – хәҙер запастағы өлкән лейтенант. Ошоға бәйле МХО-ла саҡта алған башҡа наградаларым тураһында ла һөйләгем килә. Фотола аҫҡы рәттә һулдан икенсе миҙал – Оборона министрлығының Баш хәрби-сәйәси идаралығының тармаҡ наградаһы хәрби-сәйәси эштәге ҡаҙаныштар өсөн бирелде. Уға “Патриот” паркын тормошҡа ашырыу һәм кураторлыҡ өсөн, йәғни Оборона министрлығы менән контракт төҙөгәнгә тиклем, тәҡдим ителдем, ә миҙалды МХО-ға барғас тапшырҙылар. Икенсеһе – армия генералы Маргеловтың миҙалы – Һауа-десант ғәскәрҙәренең тармаҡ наградаһы. Фотола ул өҫкө рәттә уң яҡтан ситтә тора. Хеҙмәтемдең тәүге айҙарында, батальон Херсон өлкәһендә булғанда, Һауа-десант ғәскәрҙәренә беркетелгән “Днепр” төркөмөнөң оператив ҡарамағында булдым. Төркөм менән эшмәкәрлеккә бәйле бурыстарҙы хәл итеү өсөн тапшырылды. Өсөнсө миҙал – МХО-ла ҡатнашыусыға. Фотола аҫҡы рәттә һул яҡ ситтә. Ул Оборона министрлығы тарафынан Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәренең барлыҡ МХО-ла ҡатнашыусыларына бирелә. Дүртенсе һәм бишенсе миҙалдар – Оборона министрлығының ведомство наградалары – “Хәрби ҡаҙаныштар өсөн” һәм "II дәрәжә хәрби ҡаһарманлыҡ өсөн”. Фотола улар – өҫкө рәттә икенсе һәм өсөнсө. 3-сө армия корпусы һәм Берләшкән ғәскәрҙәр төркөмө тарафынан 2023 йылғы Украина контрһөжүме барышында алғы һыҙыҡтағы бүлексәләрҙә алып барған хәрби-сәйәси эш өсөн тапшырылды. Алтынсы һәм етенсе миҙалдар – төбәк наградалары – “II дәрәжә ЛХР алдындағы хеҙмәттәр өсөн” һәм генерал Шайморатовтың миҙалы. Фотола – аҫҡы рәттә өсөнсө һәм дүртенсе. ЛХР-ҙың наградаһы йәш республика менән хеҙмәттәшлек һөҙөмтәләре, утҡа тотолған ЛХР биләмәләрендәге социаль объекттарҙы тергеҙеүҙе ойошторған өсөн. Шайморатов миҙалы менән Башҡортостан Республикаһы етәкселеге 2023 йылдың икенсе яртыһынан МХО ҡатнашсыларын даими бүләкләй. Һигеҙенсе миҙал – “II дәрәжә Ватан алдындағы хеҙмәттәр өсөн”. 3-сө армия корпусы һәм Берләшкән ғәскәрҙәр төркөмө тарафынан дүрт яңы биләмәлә фронттың бөтә йүнәлештәрендәге бүлексәләрҙә алып барған йыллыҡ эш өсөн тәҡдим ителдем. МХО үлсәмдәре буйынса ҡарағанда, минең наградалар ярайһы уҡ ябай һанала. Нисек кенә булмаһын, улар минеке. Уларҙа – был һуғыштағы шәхси тарихым. Был наградаларға тәҡдим ителеү тураһында күпселек осраҡта үҙем белмәнем дә, сөнки ул – командирҙарҙың эше. МХО-ла һәр кем үҙ бурысын үтәй, награда тураһында бер кем дә уйламай, сөнки унда иртәгәһе көндөң булыу-булмауы билдәһеҙ. Әлбиттә, унда ла төрлө кешеләр осрай. Шулай ҙа ғорурмын, сөнки үҙемде “штурмлаусы” итеп күрһәтеп маташманым, социаль селтәрҙәрҙә кеше алдап фотолар һалманым, киреһенсә, һәр ваҡыт асыҡтан-асыҡ әйтә килдем: һуғышта мин хәрби-сәйәси эш менән шөғөлләндем. Һәм наградаларым да шуға торошло”, - тип яҙҙы Азат Шамил улы. Сығанаҡ: https://vk.com/a.badranov