Салауат районының Иҙрис ауылынан Ранис һәм Азалия Мөхәмәтйәновтар икеләтә ата-әсә булды
Салауат районының ЗАГС бүлеге 14 мартта йыл башынан икенсе тапҡыр игеҙ балаларҙың (двойни) тыуыуын теркәне. Иҙрис ауылынан Мөхәмәтйәновтарҙың февралдә ике улы: Радмир һәм Тимур донъяға килде.
ЗАГС бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы Земфира Йәғәфәрова йәш ата-әсәгә изге теләктәрен еткереп, улдарының тәүге документтарын – тыуыу тураһында таныҡлыҡтар тапшырҙы.
Иҙрис ауылы егете Ранис һәм Бөрйән районының Ҡотан ауылы һылыуы Азалия былтыр өйләнешкәндәр. Ғаилә башлығы Томск ҡалаһында “Газпром бурение” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә быраулаусы ярҙамсыһы булып эшләй. Ә Азалия – Өфө дәүләт нефть техник университеты студенты.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, февраль башында Нәсибаш ауылынан Илшат һәм Фәнилә Хәкимовтарҙың ике улы: Даян һәм Данир донъяға килгәйне. Уларҙың ғаиләһендә тағы өс бала тәрбиәләнә.
Бәпестәр тыуып торһон, ата-әсәләренә иш булһын!