Найти в Дзене

«Бик тәмле!» фестивале һәм башҡа саралар үтте

Президентлыҡҡа кандидаттар өсөн тауыш биреү көн­дәрендә Дәүләкән райо­ны­ның барлыҡ һайлау участ­каларында «Бик тәмл­е!» милли аш-һыуҙар фестивале һәм халыҡ өсөн башҡа бик күп ҡыҙыҡлы саралар ойошторолдо. Мәкәш­тә лә һайлау көндәре бай­рамса һәм күңелле үтте.

Мәкәштәр - ярыштарҙа ҡатнашыусылар.
Мәкәштәр - ярыштарҙа ҡатнашыусылар.


Был көндәрҙә беҙ үҙебеҙҙең килә­сәгебеҙҙе, илебеҙҙең яҙ­мышын һай­лағаныбыҙҙы аң­лап, ауыл халҡының күпселеге тауыш бирергә килде. Мәкәш ауыл мәҙәниәт йорто бина­һында урынлашҡан һайлау участ­каһына килеүселәр өсөн ҡыҙыҡлы саралар үткәрелде. Иртәнән үк тан­таналы көйҙәр яңғырап торҙо. Халыҡ иғти­барына сағыу итеп биҙәлгән күргәҙмәләр, мәғлүмәт стендтары тәҡ­дим ителде. Теләге булғандар бильярд, теннис, шахмат һәм шашка уйнай алды.
Ауылдың күп функциялы клубы хеҙмәткәрҙәре сарала ҡатна­шыу­сылар менән бер­лектә бай табын әҙерләне, унда ауыл биләмәһендә йә­шә­­гән төрлө халыҡтарҙың мил­ли ризыҡтары тәҡдим ител­де. Иң түрҙә самауыр урын алғайны. Әлбиттә, клуб фойеһында әҙерләнгән эҫе ҡоймаҡтар өҫтәлдең төп би­ҙәге булды. Бөтәһен дә ҡай­нар сәй менән һыйла­нылар.
Ошонда уҡ конкурстар, ярыш­тар ойошторолдо. Коман­да капитандары Азат Ғәниев, Рәүеф Моратшин, хеҙмәт ветерандары Нәсимә һәм Нәфҡәт Заһитовтар, Розалиә Абзалова һәм Рәйзә Әхмәтрәхимова, Айгөл Зарипова, Венера Батталова, Фәһимә Ситдиҡова, Зә­риә Нафиҡова еңеү өсөн ныҡыш­малы көрәште. Спорт ярыштары уйын-көлкө менән үрелеп барҙы. Хеҙмәт ветераны Рәйфә Нурғәлиева һәм һай­лау комиссияһы ағзаһы Гөлсәсәк Сәлимгәрәева матур йырҙар баш­ҡарҙы. Илфат Мәжитов һәм Фәйез Камалетдинов үҙ командаларында иң оҫтаһы һәм иң етеҙе тип танылды.
Рәйзә Әхмәтрәхимова.