Ауыл тормошон мәҙәни тормоштан башҡа күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Әгәр ул булмаһа, кешеләр ваҡыттарын күңелһеҙ үткәрер ине. Әммә донъяла бойоғоп ултырырға бирмәгән кешеләр – мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре бар. Һәм уларҙың бәләкәй ауыл йәки ҙур ҡалала йәшәүе һис тә мөһим түгел, иң мөһиме – унда йәшәүселәрҙең тормошон күңелле һәм шатлыҡлы итә алырлыҡ кеше табылыуы. Әммә элекке йылдарҙа ғүмер кисергән Ҡамсылытамаҡ ауылы халҡына был йәһәттән бәхет йылмайған, бер үк ваҡытта китапханасы ла, клуб мөдире лә булып уларҙа Матрёна Ивановна Петрова эшләгән.
Матрёна Ивановна 1936 йылдың 13 октябрендә Ҡамсылытамаҡ ауылында колхозсылар ғаиләһендә донъяға килгән. Иван Петрович менән Нина Максимовна Яковлевтар ғаиләһендә Матрёнанан тыш тағы ике ҡыҙҙары һәм ике улдары тыуа, тик улар сабый сағында уҡ вафат була. Атаһын һуғыштың тәүге көндәрендә фронтҡа алалар, тиҙҙән ул хәбәрһеҙ юғала. 1944 йылда ҡыҙ Ҡамсылытамаҡ башланғыс мәктәбенең беренсе класына уҡырға инә, 4-8-се кластарҙа Яңы Йәнбәк һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә белем ала. Урта мәктәпте Ауырғазы районы Собханғол ауылында тамамлай. Аттестат алғандан һуң хеҙмәт юлын башлай. Тәүҙә колхозда - үлсәүсе, һуңынан ауыл магазинында һатыусы була, ә 1958 йылда колхоздың уҡыу өйөнә эшкә урынлаша. Мәктәп йылдарында уҡ Матрёна ауыл клубы үҙешмәкәрлегендә әүҙем ҡатнаша, уның башҡарыуындағы йырҙарҙы тын да алмай тыңлайҙар. Йырға һөйөүе һәм таланты уға әсәһе Нина Максимовнанан күскән.
Шул саҡта уҡ йәш ҡыҙҙың мәҙәниәт сараларын ойоштороу һәләтенә эйә булыуын күргән урындағы ауыл Советы етәкселеге 1960 йылда уға (китапханасы эшенән тыш) клуб мөдире булып эшләргә тәҡдим итә. Ошо көндән алып 1991 йылдың октябрендә хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем ул бер юлы ике урында хеҙмәт һала.
«Ауыл клубында эшләү бик еңелдән түгел, - ти Матрёна Ивановна. – Бында күңел асыу өсөн башҡа урындар юҡ, быуаттар буйына клуб төп ял итеү урыны булды, шуға ауыл халҡының мәҙәни тормошо уның эшенең нисек ойошторолоуынан торҙо. Яҡташтарыбыҙҙың йәшәйешен бер аҙ ҡыҙыҡлыраҡ итеү өсөн бар көсөмдө һалырға тырыштым. Ул ваҡытта мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре бөтөнләй башҡа эш формаларын ҡуллана, агитбригада жанрында сығыш яһай торғайны. Үҙешмәкәр ижад коллективтары алдында ҙур бурыстар ҡуйылды. Урып-йыйыу йәки сәсеү кампанияһы башланғас та, агитбригада ағзалары менән иртә таңдан төрлө транспорт төрҙәрендә, ә йышыраҡ йәйәү, ялан стандарына, мастерскойҙарға, комбайнсыларҙың ял итеү урындарына ашығабыҙ, социалистик ярышта еңеүселәрҙе, ферма һәм баҫыу эшсәндәрен данлаған, ялҡауҙарҙы һәм әрәмтамаҡтарҙы тәнҡитләгән сағыу, «киҫкен» тамашалар күрһәтәбеҙ. Ауыл клубына һәр ваҡыт йырлау һәм бейеү өсөн генә түгел, ә журналдар уҡырға, кино ҡарарға, бильярд һәм шахмат уйнарға ла килә торғайнылар, шуға күп һанлы саралар үткәреү күпкә еңелерәк булды. Ул саҡта клубта фольклор һәм вокаль ансамблдәр, театр коллективы, шулай уҡ балалар коллективтары айырым эшләп килде. Һәм тамашасылар ҙа ул саҡта бөтөнләй икенсе ине, саралар үткәргәндә зал һәр ваҡыт шығырым тула торғайны. Әлбиттә, ике эште берләштереү еңел булманы, өҫтәүенә, ауыл Советы депутаты итеп тә һайланылар, әммә ауылдаштарым һәр ваҡыт ярҙам ҡулын һуҙҙы. Уларҙың аңлауы һәм булышыуы арҡаһында клуб һәм китапхана эше буйынса бөтә ниәттәремде тормошҡа ашырып килдем. Ә эштәр бихисап булды: үҙебеҙҙең ауылда ла, тирә-яҡ ауылдарҙа ла концерттар менән сығыш яһаныҡ, бөтә район байрамдарында, күп кенә республика сараларында (унда йыш ҡына призлы урындар яуланыҡ) ҡатнаштыҡ, игенселәр өсөн концерттар менән яланға сыҡтыҡ. Шулай уҡ алдынғы комбайнерҙарҙы билдәләү өсөн һуғылған һәр бер мең тонна иген өсөн уларҙың комбайндарына йондоҙсоҡтар төшөрҙөк, ауыл хужалығы алдынғылары өсөн вымпелдар, флагтар эшләнек. Был йылдар ауыр, әммә, минең тормошомдоң иң онотолмаҫлыҡ, бәхетле осоро, тип тулы ышаныс менән әйтә алам».
Матрёна Ивановна тәүге йылдарҙа уҡ клубтың ысын хужабикәһенә әйләнә, үҙен һәләтле, ижади, идеялар һәм уй-ниәттәр менән тулы кеше итеп күрһәтә. Һәм бында эшләгән бөтә ваҡыты дауамында ауылдаштары өсөн матур ял ойоштора белгән мәҙәниәт хеҙмәткәре өлгөһө булып ҡала. Уның иҫәбендә йөҙәрләгән концерт, байрам кисәләре, бейеү һәм уйын программалары, балалар өсөн Яңы йыл иртәлектәре, Еңеү көнөнә һәм башҡа иҫтәлекле даталарға арналған митингтар бар. Инәй үҙе әйтеүенсә, эшендә ауылдың комсомол ойошмаһы ағзалары, шулай уҡ Матренаның йырлауын бар күңелен биреп тыңларға яратҡан тормош иптәше Виталий Михайлович уның төп ярҙамсылары була. Улар 1957 йылда өйләнешә (ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 33 йыл ғына бергә йәшәп ҡалалар, ире иртә вафат була) һәм өс бала: улдары Валерий менән ҡыҙҙары Валентина һәм Любовьты тәрбиәләп үҫтерә. Балалары үҙҙәре лә хәҙер күптән инде пенсионерҙар, һәр ҡайһыһының үҙ ғаиләһе, ейән-ейәнсәрҙәре бар. Улы Валерий, отставкалағы милиция подполковнигы, ғаиләһе менән Өфөлә йәшәй, ҡыҙы Валентина әсәһе юлынан киткән. Ул пенсияға сыҡҡансы ауыл клубында эшләгән, Любовь - сауҙа хеҙмәткәре, Һамар өлкәһендә йәшәй. Матрёна Ивановна бәхетле өләсәй һәм ҡарт өләсәй, уның дүрт ейәнсәре, ике ейәне һәм һигеҙ бүләсәһе бар.
Матрёна Петрова район мәҙәниәтен үҫтереү өсөн күп көс һала. Һөнәри яҡтан үҫешеүгә тәжрибә һәм тырыш хеҙмәт кенә түгел, ә ҡасандыр үҙе һайлаған эшенә һөйөүе лә булышлыҡ итә. Был һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөн инәйҙең күп йыллыҡ эш һөҙөмтәләре раҫлай, ул намыҫлы хеҙмәте өсөн күп һанлы почет грамоталары, дипломдар һәм рәхмәт хаттары менән билдәләнгән. Үҙешмәкәр сәнғәтте үҫтереүҙәге ҡаҙаныштары өсөн 1974 йылдың 14 майында Матрёна Ивановнаға - «БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән юғары исем, 1984 йылда «Хеҙмәт ветераны» исеме бирелгән, һәм шул уҡ йылда «Хеҙмәт ветераны» миҙалы менән бүләкләнгән.
Лилиә Ғайсина.