Донъяла көтөүҙән дә ауырыраҡ нимә булырға мөмкин? Айырыуса хәҙер, махсус операция ваҡытында. Улдарының, ирҙәренең ҡайҙа һәм нисек булыуҙарын, бәйләнешкә ҡасан сығасаҡтарын, бөтөнләй сығырҙармы-юҡмы икәнлеген дә белмәйенсә көтөргә лә көтөргә.... Бөгөнгө көндә махсус операцияла ҡатнашыусы яугирҙең ҡатыны, әсәһе булыуҙан да ҡыйыныраҡ нимә юҡ. Әммә әлеге мәлдә тап ошо гүзәл зат вәкилдәре ваҡытлыса айырылышыуҙы сабыр ғына үткәрә, ғаиләләре хаҡында бөтә хәстәрлекте үҙ өҫтөнә ала, балалар тәрбиәләй, эшләй һәм ҡәҙерле кешеһенән хәбәр көтөп, уның тураһында уйлағанда йөрәгенең нисек борсолғанын бер кемгә лә күрһәтмәҫкә тырыша. «Улар өсөн иң мөһиме – беҙҙең ярҙамды тойоу», – ти. Дәүләкән ҡалаһында йәшәүсе Регина А. Уның ире әлеге мәлдә яу ҡырында. «Ирем районыбыҙҙың бер ауылында күп балалы ғаиләлә тыуып үҫкән, - тип һөйләй Регина. - Дәүләкән ҡалаһының мәктәп-интернатында (лицей-интернат) уҡый. Һигеҙ класты тамамлағас, автотранспорт техникумына инә. Артабан уҡыу комбинатында автомеханик һөнәрен үҙ