Бөгөн матур, мул тормошта йәшәһәк тә, аслы-туҡлы, ярым-яланғас, сабата кейеп үҫкән һуғыш осороноң ауыр йылдары йыраҡтан яңғыраған һағышлы моң булып күңелебеҙгә уйылып ҡалған. Һуғыш осоро балаларының үҫмер саҡтары һуғыштан ҡара яҙыу алып, ирһеҙ, терәкһеҙ ҡалған әсәләренең әсе күҙ йәштәрен күреп үтте. Мин дә шулар исемлегендә. Атайыбыҙ һуғыштың беренсе көндәренән үк фронтҡа алынған. Биш айҙан һуң «ҡара ҡағыҙ» килгән. 1942 йылда, 17 йәше тулғас, ағайымды ла һуғышҡа алалар. Бөтә ауырлыҡ әсәйебеҙгә ҡалған.
Бәләкәй булһам да, иҫемдә: ағас һикегә ашарға ултырғанда, әсәй мине үҙенең эргәһенә, апайҙарҙы ҡаршыһына ултырта торғайны.
«Туғанығыҙ атайығыҙ урынына ҡалды, тиҙерәк үҫһен, ярҙамсыбыҙ булыр», - тип картуфтың күберәген, алабута ҡушып бешерелгән арыш икмәгенең ҙурыраҡ киҫәген миңә бирә торғайны. Һыйыр, һарыҡтарыбыҙ ҙа бар ине, әсәйем йөндән быйма баҫтырып ала ине. Быйманы бик һаҡлап тотабаҙ, мәктәпкә генә кейәбеҙ, уйнарға, йорт эштәренә сыҡҡанда сабата эләктерәбеҙ. Беренсе класта уҡығанда бер көндө күршебеҙ Абдулла бабай килеп инде, ҡулында – сабата.
«Мә, улым, сабатаң тишелгән бит, яңыны кей», - тип, миңә атап үрелгән аяҡ кейемен биреп сығып китте.
Ҡыш аҙағына мейескә яғырға утыныбыҙ бөттө. Апайымдарҙы эйәртеп, әсәйем ауыл эргәһендәге урмандан ваҡ ағастар киҫеп алып ҡайта торғайны. Төндә генә баралар, сөнки урманға балта тотоп барырға рөхсәт юҡ ине. Бер көндө әсәйем һуғып биргән тула ойоҡ өҫтөнән яңы сабатамды кейҙем дә, утынға барыусылар артынан эйәрҙем. Урманға илткән юлды көрт баҫҡан, көс-хәл менән саҡ барып еттек. Ҡыуаҡлыҡтар араһына кереп, әсәйем бер-ике ботаҡ киҫә, беҙ уларҙы апайымдар менән сана эргәһенә килтереп өйәбеҙ. Утыныбыҙ бер саналыҡ булғанда, шул мәлдә ҡыуаҡтар араһында бүреләр олоп ебәрҙе, сананы, утынды ташлап, ҡайтыр яҡҡа саптыҡ. Тәрән ҡарҙы йырып йүгергән саҡта бер аяғымдағы сабатам, бауы ишелеп, төшөп ҡалды. Ҡайҙа ти инде уны эҙләп тороу! Бүреләрҙең олоуы яҡында ғына ишетелә бит. Сабатамды йәлләп, илай-илай ҡайтыр яҡҡа сабам. Өйгә ҡайтып ингәс тә илауымдан тыйыла алмайым. Әсәйем: «Ҡуй, илама, улым, мин һиңә мәктәпкә кейергә хром итек алып бирермен, ә иртәгә Абдулла бабайыңа сабатаңды ҡайҙа юғалтҡаныңды һөйләрһең, табып бирер», - тип, мине йыуатты.
Йылдар үтә торҙо. Мин бишенсе класҡа еттем. Апрель айы. Әсәйем Дәүләкәнгә май һатырға китте. Һуғыш бөтөп, тыныс тормош башланһа ла, сабатаны ташламағанбыҙ әле, һаман кейәбеҙ. Киске яҡҡа әсәйем ҡайтып инде һәм яйлап ҡына тоғондағы әйберҙәрен бушата башланы.
«Улым, һиңә итек алырмын тип әйткәйнем бит, бына ул итектәр. Тырышып уҡы, үҫкәс белем бик тә кәрәк буласаҡ», - тип хром итек менән фзушниктар кейә торған козыреклы фуражка һуҙҙы. Бүреләрҙән ҡасып сабатамды юғалтҡанда беренсе класта уҡый инем, әсәйем шул саҡта биргән вәғәҙәһен онотмаған – һүҙендә торҙо. Шул ваҡыттарҙы иҫкә алһам, әле лә күҙем йәшкә сылана. Нисек ҡыуанғанымды күрһәгеҙ! Икенсе көндө үк итегем менән фуражкамды кейеп, малайҙарға күрһәтергә урамға йүгерҙем. Итегемде бик оҙаҡ – табаны туҙғансы рәхәтләнеп кейҙем.
Хром итек алып ҡайтты,
Әсәй миңә ҡаланан.
Һаҡлап ҡына кей, улым, ти,-
Алып булмаҫ яңынан.
Кейеп сыҡҡас та урамға,
Малайҙар һырып алды.
Һәр ҡайһы кейеп ҡарарға
Сабаталарын һалды.
Итегемде туҙмаһын тип,
Таҙартып ҡына торам.
Ҡара кремдарым менән
Көн һайын ялтыратам.
Клубҡа киске уйынға,
Алып барғанда апам.
Итек менән бейегәндә,
Иҙәндәр шыҡылдатам.
Наил Хәмитов.