Үҙ эшенә мөкиббән бирелеп, хеҙмәтенән йәм тапҡан Аҡъяр ауылынан Зөлфирә Далхина ошо көндәрҙә ҙур ҡыуаныс кисерҙе. Ауыл хужалығы өлкәһендә күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн уға “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелде. Зөлфирә Мөхтәр ҡыҙы 1981 йылдан ауыл хужалығы өлкәһендә эшләй. Хеҙмәт юлын “Таналыҡ” совхозында һауынсы булып башлай. 1985 йылда Баймаҡ ауыл хужалығы техникумын тамамлап, агроном һөнәренә эйә була. Дипломлы йәш белгес 1985 йылдың апрель айында Хәйбулла орлоҡ дәүләт инспекцияһына техник-лаборант булып эшкә төшә. 1995 йылдан әйҙәүсе агроном, 2002 йылдан 4 йыл начальник урынбаҫары була. Артабан агроном, 2014 йылдан бөгөнгәсә “Рәсәй ауыл хужалығы үҙәге” федераль дәүләт бюджет учреждениеһы Башҡортостан Республикаһы буйынса филиалы Хәйбулла район-ара бүлегенең баш агрономы вазифаһын башҡара. 40 йылға яҡын бер ойошмала намыҫлы хеҙмәт итә. -Һөнәрем оҡшай. Етәкселәремдән уңдым, коллегаларым менән берҙәм, татыубыҙ. Киләһе йыл а