«Айыҡ ауыл-2023» республика бәйгеһендә ҡатнашҡан Оло Әбеш ауылында «Имен тәбиғәт – һау киләсәк» төбәк-ара экологик фәнни-ғәмәли форумы үтте. Уның сиктәрендә оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо, мәҙәниәт усағының фойеһында Оло Әбеш ауылы оҫталарының һәм мәктәп уҡыусыларының ҡул эштәре, урындағы шифалы үләндәр һәм емеш-еләктәр, 2021 йылда урман янғынлары менән көрәште һүрәтләнгән фотографиялар күргәҙмәләре урын алды. Теләгән һәр кем күрше Һаҡмар-Наҙарғол ауылынан Рәшиҙә Сәйфуллинаның шифалы үләндәр һәм емеш-еләктәр ҡушып әҙерләнгән самауыр сәйен ауыҙ итте.
– Һәр бер дарыу үләненең япраҡтарын, һабағын, тамырын, сәскәһен йыйыуға үҙ мәле була. Бының менән үп осраҡта үҫемлектәр сәскә атҡан ваҡытта (сәскәләре ҡойолмаҫтан алда), көн һалҡынса торғанда, иртәнге йәки киске сәғәттәрҙә шөғөлләнем. Яҙ етеү менән иң тәүҙә кесерткәнде ҡырҡып алам, һуңынан сәскә атҡан бәпембәнең тамырын һәм сәскәләрен йыям. Көҙгә ҡарай тамыраҙыҡтарында һут туплап өлгөргәс, август айында андыҙ, атҡолаҡ (ат ҡуҙғалағы), ирәүән тамырҙарын тамырҙарын ҡаҙып алам. Ә сентябрҙә һуң була, сөнки был ваҡытта уларҙың тамырҙары йомшара башлай.Андыҙ барҙа ат үлмәҫ, ирәүән барҙа ир үлмәҫ, ти халыҡ әйтеме. Элек сирле йылҡының ауыҙына андыҙҙың оҙон тамырын бәйләп, һыуыҡ тейеүҙән, үпкә ауырыуҙарынан дауалағандар. Ирәүән беҙҙең яҡтарҙа һирәк осрай. Шайтантау заказнигында Һаҡмарҙың аръяҡ битләүҙәрендә үҫә. Дөйөм алғанда, Яутүбә һыртында бихисап һирәк осраған үҫемлек төрҙәре бар. Баш ҡаланан Бәләкәй Арыҫланғол ауылына килгән ғалим, биология фәндәре докторы Евгений Кучеров беҙҙең яҡта үҫкән үҫемлектәрҙе күрһәтеп, былар Ҡытайҙа тик орлоҡ сәсеп үҫтерелгән үҫемлектәр тип әйткәйне. Шифалы үләндәр йыйырға һәм уларҙы файҙаланырға әсәйемдән, өләсәйемдән өйрәндем. Хәҙер белгәндәремде Әбеш мәктәбе уҡыусыларына еткерергә, тәжрибә уртаҡлашырға ниәтем бар, – ти Рәшиҙә Рамаҙан ҡыҙы.