Ватанды һаҡлаусылар көнөнә ҡарата "Балыҡсы - 2024" конкурсы ойошторолдо. Был традицияға әйләнеп барған конкурсты Аҡъюл хәкимиәте башлығы Игебаев Илнар Айҙар улы тарафынан Аҡъюл ауылы янында Йылайыр йылғаһы буйында үтте. Тышта сатлама һыуыҡ булыуына ҡарамаҫтан Аҡъяр, Ғәлиәхмә, Аҡнаҙар, Урыҫбай, Аҡъюл ауылдарынан һәм күрше Йылайыр районынан да бик күп балыҡсылар йыйылды. Байрам сараһын асып Аҡъюл ауыл хакимиәте башлығы Игебаев Илнар Айҙар улы ир-егеттәрҙе байрам менән ҡотланы, матур теләктәр әйтте. Йылайыр буйы матур тамашаға әйләнде. Балыҡсылар бик дәррәү һәм дәртләнеп балыҡ тоторға керешһә, икенселәр усаҡ яғып уха бешереп, сәй ҡайнатырға тотондо.
Ярышта оҫта балыҡсылар йыйылған ине, улар бик күп төрлө номинацияларҙа бүләкләнделәр. Һөҙөмтәлә 1-се урын- Буранбаев Айрат, 2-се урын- Ибраһимов Илдус,3-сө урын- Буранбаев Айҙар яуланы. Еңеүселәргә иҫтәлекле бүләктәр һәм маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды. Иң өлкән балыҡсы Ибраһимов Рамаҙан һәм иң йәш балыҡсы Ишемғолов Ғәйәр ҙә бүләкһеҙ ҡалманы.
Беҙ