«Айыҡ ауыл-2023» республика бәйгеһендә ҡатнашҡан Оло Әбеш ауылында «Имен тәбиғәт – һау киләсәк» төбәк-ара экологик фәнни-ғәмәли форумы үтте. Уның сиктәрендә оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо, мәҙәниәт усағының фойеһында Оло Әбеш ауылы оҫталарының һәм мәктәп уҡыусыларының ҡул эштәре, урындағы шифалы үләндәр һәм емеш-еләктәр, 2021 йылда янғын менән көрәште һүрәтләнгән фотографиялар күргәҙмәләре урын алды. Теләгән һәр кем шифалы үләндәр һәм емеш-еләктәр ҡушып әҙерләнгән самауыр сәйен ауыҙ итте. Ошо күргәҙмәлә ҡатнашҡан Оло Әбеш ауылынан Нәсимә Ибраһимова шифалы үләндәр һәм емеш-еләктәр һәм уларҙан әҙерләнгән ризыҡтар, шулай уҡ төрлө сиргә дауа булған балауыҙ майы әҙерләү сере менән дә таныштырҙы. —Беҙ йәйге миҙгелдең бер көнөн дә бушҡа үткәрмәйбеҙ. Урман-ҡырҙарға сығып шифалы үләндәр, емеш-еләк, бәшмәк йыябыҙ. Унан һуң емеш-еләктәрҙән ҡайнатмалар ҡайнатабыҙ, ҡаҡ һәм сейәле май әҙерләйбеҙ, туңдырып та һаҡлайбыҙ. Тауҙа үҫкән йыуаны ла туңдырғыста һаҡлап, һуңынан уны аш-һыу бешергәндә ҡуллана
«Балауыҙ майы — бик яҡшы дауа» — ти Оло Әбеш ауылынан Нәсимә Ибраһимова
4 марта 20244 мар 2024
1 мин