Найти в Дзене

Вәлит ауылы халҡы ярҙамда берләште

Кеше ауырлыҡтар килгәндә һынала. Ҡунаҡ булышҡанда ғына түгел, оло ҡайғыла ла бергә булыу мөһим. Бөгөнгө көндәрҙә ауылдаштарыбыҙҙың бергә тупланыуы, бер-береһенә иғтибарлы, изгелекле булыуы менән ҡыуандыра. Ауылыбыҙға ауыр һынау килгәндә, тотош ауылдаштар дәррәү күтәрелеп ҙур эш башҡарҙы - кемдер ҡарҙан юл таҙартыу менән булды, кемдер аят табынына ит һәм төрлө тәм-том әҙерләп алып килде, хатта матди ярҙам йыйыуға ла битараф ҡалған кеше булманы. Ошо күренештәрҙе күреп, ишетеп, бына ҡайҙа ул берҙәмлек тойғоһо йәшәй, тип бер ҡыуанһам, ә икенсе яҡтан, бөтәһен дә ойоштороп, ошо ваҡиғалар уртаһында ҡайнап йәшәгән төрлө йәштәге ауылым ханымдары миндә ғорурлыҡ хистәрен уятты. Айырыуса һүҙем нәҡ фотоһүрәттәге ҡатын-ҡыҙҙар тураһында. Уларҙың үҙ тормош мәшәҡәттәренә ҡарамаҫтан берҙәм, әүҙем булыуы һоҡландыра. Ауылымдың әрһеҙ инәй-апайҙары, еңгәй-килендәр! Гелән шулай игелекле, ярҙамсыл булып ҡалығыҙ. Һеҙ ауылымдың йәме һәм ҡото. Һеҙ булғанда был донъяла йәшәүе йәнле һәм йәмле. Һәр ваҡыт шулай булы

Кеше ауырлыҡтар килгәндә һынала. Ҡунаҡ булышҡанда ғына түгел, оло ҡайғыла ла бергә булыу мөһим.

Бөгөнгө көндәрҙә ауылдаштарыбыҙҙың бергә тупланыуы, бер-береһенә иғтибарлы, изгелекле булыуы менән ҡыуандыра. Ауылыбыҙға ауыр һынау килгәндә, тотош ауылдаштар дәррәү күтәрелеп ҙур эш башҡарҙы - кемдер ҡарҙан юл таҙартыу менән булды, кемдер аят табынына ит һәм төрлө тәм-том әҙерләп алып килде, хатта матди ярҙам йыйыуға ла битараф ҡалған кеше булманы. Ошо күренештәрҙе күреп, ишетеп, бына ҡайҙа ул берҙәмлек тойғоһо йәшәй, тип бер ҡыуанһам, ә икенсе яҡтан, бөтәһен дә ойоштороп, ошо ваҡиғалар уртаһында ҡайнап йәшәгән төрлө йәштәге ауылым ханымдары миндә ғорурлыҡ хистәрен уятты.

Айырыуса һүҙем нәҡ фотоһүрәттәге ҡатын-ҡыҙҙар тураһында. Уларҙың үҙ тормош мәшәҡәттәренә ҡарамаҫтан берҙәм, әүҙем булыуы һоҡландыра. Ауылымдың әрһеҙ инәй-апайҙары, еңгәй-килендәр! Гелән шулай игелекле, ярҙамсыл булып ҡалығыҙ. Һеҙ ауылымдың йәме һәм ҡото. Һеҙ булғанда был донъяла йәшәүе йәнле һәм йәмле. Һәр ваҡыт шулай булып ҡалығыҙ! Һеҙҙең барығыҙға ла иҫәнлек-һаулыҡ, ғаилә именлеге, алдағы киләсәктә тик шатлыҡ-ҡыуаныстарҙа теп-теүәл генә осрашырға яҙһын тип теләйем.

Автор:Эльза Вәлиева