Әбүбәкер ауылында матур традиция дауам итә. Был юлы мәҙәниәт йортонда уҙған сарала ауылдың кейәүе – махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Аҡъяр егетенә бүрек бүләк ителде. Ошо ваҡытта тамашасылар залына йыйылған бөтә әбүбәкерҙәр аяғүрә тороп, һалдатты алҡыштарға күмде. Бүләкте тапшырып, Федоровка ауыл биләмәһе башлығы Наталья Лебедева башҡорттарҙың милли баш кейеме ил һағында торған ир-егеттәребеҙгә рухи көс биреүен билдәләне һәм яугирға тыуған яғына имен-һау һәм еңеү менән әйләнеп ҡайтыуын теләне. Афарин, әбүбәкерҙәр!