Әбүбәкер ауылы халҡы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумының ағзаһы Сәлиә Мырҙабаева һәм йәмәғәт ойошмаһының хеҙмәткәре, яҡташыбыҙ Альбина Әфләтүнованы хөрмәтләп ҡаршы алды. Мәртәбәле ҡунаҡтар “Айыҡ ауыл-2022” республика бәйгеһендә ҡатнашып, 2-се урын яулауға өлгәшкән әбүбәкерҙәрҙең уңыштары менән танышты, ауыл оҫталарының күргәҙмәләрен һәм дәртле йыр-бейеүҙәрен кинәнеп ҡараны, һуңынан ауыл китапханаһына финанс грамоталығы буйынса китаптар тапшырҙы. Әйткәндәй, һуңғыһы «Башҡортостан Республикаһының финанс үҙәге» ойошмаһы менән «Айыҡ ауыл» проектының хеҙмәттәшлек итә башлауы һөҙөмтәһендә бойомға ашырыла. Эйе, әбүбәкерҙәр электән берҙәмлеге, уңғанлығы, тырышлығы менән айырылып тора. Ауылды төҙөкләндереү өмәләрендә, төрлө мәҙәни сараларҙа, дини байрамдарҙа, спорт ярыштарында ла улар бергә дәррәү ҡатнашып, әүҙемлеге менән барыһында ла һоҡланыу уята. Бөгөнгө көндә ил һағында торған, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙҙы ла әбүбәкерҙәр онотмайҙар, ир-егеттәргә даими рәүештә