Бергә иңгә-иң терәп ғүмер юлын үткәндә, сабырлыҡ һәм аҡыл менән йәшәгәндә генә тормош карабы ғаиләне ел-дауылдарҙан һаҡлап алып ҡала. Аҡъяр ауылында йәшәүсе Мәғәз һәм Филүзә Ишемғоловтар тап шундай ғаилә. Ишемғоловтарҙың татыу ғаиләһе 2008 йылдың сентябрь айында барлыҡҡа килгән. Аҡъюл ауылы егете Мәғәз Ғәбделһаҙый улы 1981 йылда ғаиләлә икенсе бала булып донъяға килгән. Мәктәптән һуң әрмелә хеҙмәт итә. Әле ул газ хеҙмәтендә водитель булып эшләй. Буш ваҡыттарында “Газель” машинаһында эшләп, ғаилә бюджетын тулыландыра. -Тормош иптәшем беҙҙең матур һәм етеш тормош өсөн тырыша. Бер ҙә ҡул ҡаушырып ултырмай. Эшендә лә, өйҙә лә өлгөрә. Миңә лә йорт эштәрендә ярҙамлаша, - ти Филүзә Азат ҡыҙы. Ғәлиәхмәт ауылы ҡыҙы Филүзә Ишемғолова 1985 йылдың йәмле май айында донъяға килгән. Ауылда урта мәктәпте тамамлағас, БДУ-ның Сибай институтында белем ала. Әлеге көндә “Ғаилә” хеҙмәтендә эшләй. Өҫтәүенә 5 йыл ирекмәнлек эшмәкәрлеген уңышлы алып барып, төрлө кимәлдәге бихисап Маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ б