Найти тему

Бар эштә лә башлап йөрөүсе

Асылыкүлдән алыҫ түгел урын­лашҡан Ҡоръятмаҫ ауылында үҙ халҡының тарихына, үҙ иленең яҙмышына битараф булмаған ке­шеләр йәшәй. Улар барыһын да бергәләп башҡара: лайыҡлы итеп эшләй ҙә, күңелле итеп ял да итә. Ә ауылдағы бөтә изге эштәрҙең башлап йөрөүсеһе, илһамлан­дырыу­сыһы һәм инициаторы - уның ста­ростаһы Фәнир Халиҡов. Һәм ауыл халҡы үҙ һорауҙары, проблемалары һәм хәстәрлектәре, ҡай­ғылары һәм шатлыҡтары менән тап уға мөрәжәғәт итә. Улар өсөн ауыл активистары - коммуналь хеҙмәткәр ҙә, медик та, социаль хеҙмәткәр ҙә, психолог та. Был эштәрҙең барыһы ла йәмәғәт башланғысында баш­ҡарыла, иң мөһиме – кешеләрҙең рәхмәте. Һәр кемде тыңларға, һәр ҡайһыһына ҡулынан килгәнсә яр­ҙам итергә, кәңәш бирергә, ә һуңынан бөтә бурыстарҙы үҙ иңеңә алырға кәрәк. Ә Фәнир Халиҡов – тап шундай активистарҙың береһе.

Фәнир Халиҡов (һулдан беренсе) ауылдаштары менән гуманитар ярҙам әҙерләү мәлендә.
Фәнир Халиҡов (һулдан беренсе) ауылдаштары менән гуманитар ярҙам әҙерләү мәлендә.


Фәнир Тимерғәли улы Ҡоръятмаҫта тыуып үҫкән, урындағы мәктәпте тамамлаған. Һигеҙенсе кластан башлап, һәр ураҡта штурвалсы булып эшләй, тәжрибәле комбайнерҙарға ярҙам итә. Ошондай үҙенсәлекле тормош мәктәбен үтә, игенселектең күп серҙәренә төшөнә. Шуға мәктәптән һуң Бәләбәй ауыл хужалығы техникумына уҡырға барыуы һис тә ғәжәп түгел. Уны тамамлағас, Совет Ар­мия­һы сафына саҡырыла. Өс йыл Төньяҡ флотында моряк булып хеҙмәт итә. Демобилизациянан һуң колхозда эш башлай. Бер аҙ ваҡыттан ауылдашы Рәзилә менән ғаилә ҡора.
Йәштәрҙе ҡала тормошо ылыҡ­тырыуы бер кемгә лә сер түгел. Замана шауҡымы Халиҡовтар ғаиләһен дә урап үтмәй. Улар Бәләбәйгә күсенә, унда ҡала тормошона күнегергә тура килә. Фәнир Тимерғәли улы производствола хеҙмәт һала, тәжрибәле ашнаҡсы-кондитер Рәзилә Фәтих ҡыҙы ла ҡул ҡаушырып ултырмай. Эшһөйәр ир менән ҡатын бында ла матур тормош ҡора. Бер-бер артлы улдары Айнур, ҡыҙҙары Айгөл һәм Алһыу тыуа. Әммә, Халиҡовтар әйтеүенсә, улар үҙҙәре тыуған Ҡоръятмаҫ еренең тартыу көсөн еңә алмай һәм ун йылдан һуң ҡаланан ауылға кире ҡайта. Ең һыҙғанып, эшкә тотоналар.
«Тыуған ер магнит кеүек үҙенә тартты, - ти Фәнир Тимерғәли улы, - ә башҡаса булыуы мөмкин дә түгел, сөнки беҙ ошонда тыуғанбыҙ, шиш­мәләребеҙҙең шифалы һыуын эсеп үҫкәнбеҙ. Бында бөтә нимә бала сағыбыҙҙан таныш, һин дә - һәр кешене, һине лә барыһы ла белә. Ә ҡала тормошо минең өсөн түгел. Унда ла тормошобоҙ яйға һалынған булыуына ҡарамаҫтан, кире ауылға ҡайтырға ниәтләнек. Бала саҡтан тыуған яҡтың тәбиғәтен, ауылымды яратам, уның тырыш халҡын хөрмәт итәм».
Ауыл ир-егеттәрен хеҙмәттә сы­нығып үҫә тиҙәр. Был ысынлап та шулай. Фәнир Тимерғәли улы кире күсенеп ҡайтҡас, улы Айнур менән ауыл үҙәгендәге буш торған бинаны, кәрәкле ҡорамалдар һатып ала һәм сүкеп яһалған әйберҙәр эшләү буйынса оҫтахана аса. Улар тураһында күптәр белә, хатта реклама ла кәрәкмәй. Оҫталар династияһы тип атарға мөмкин булған һөнәрселәрҙең данын «сарафанлы радио» тарата.
«Атайым бик яҡшы балта оҫтаһы ине, - ти Фәнир Тимерғәли улы, - уға ауылда исеме менән өндәшеүсе лә бул­мағандыр, моғайын, барыһы ла «оҫта бабай» тип йөрөттө. Үҙе белгәндәрҙең барыһын да унан өй­рәндем, мин дә, үҙ сиратымда, оҫ­талыҡ нигеҙҙәрен улым Айнурға «мираҫ итеп» тапшырам. Тимер ҡой­маларға, ҡапҡаларға һорау артҡандан-арта барғас, беҙ сүкеп эшләнгән әйберҙәр эшләү һөнәрен үҙләштерҙек. Яңы һөнәргә өйрәнеү, үҙ эшеңде асыу бер ҙә ҡурҡыныс түгел, тик теләк кенә кәрәк, тип иҫәпләйем».

Йәнтөйәк өсөн изге эштәр

Эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегенән тыш, Халиҡовтар үҙҙәренең кесе ватаны мән­фәғәтенә лә күп эштәр баш­ҡа­рырға өлгөрә. Атай менән улының башлап йөрөгән изге эштәренең исемлеге һанап бөткөһөҙ. Мә­ҫәлән, улар ауыл ир-егеттәренең дө­йөм тырыш­лығы менән зыярат ҡой­маһын ре­монтлауҙы һәм алмаш­тырыуҙы, эш ҡоралдары ҡуйыу өсөн уның тер­риторияһында махсус йорт төҙөүҙе ойоштора. Ошонда уҡ Айнур алтын буяуҙар менән буяп, мосол­мандарҙың ярым айлы ике ҡапҡаһын да эшләп ҡуя. Материал һатып алыуға ауылда йәшәүсе Вәрис Хәлилов һәм Гизәр Әғәҙуллин аҡса бүлгән. Ә мә­сетте иһә тотош ауыл менән тө­ҙө­гәндәр: кешеләрҙең күбеһе финанс ярҙамы күрһәткән. Мәҫәлән, мәсет ти­рәләй ҡойма уратыуға аҡсаны Ҡоръ­ятмаҫта тыуып үҫкән Марат Мөьмин улы Латипов бүлгән.
«Әлбиттә, бөтә эштәрҙе беҙ генә башҡарабыҙ тип әйтеү дөрөҫ түгел, - тип дауам итә Фәнир Тимерғәли улы. - Раил Яушев, Вәрис Хәлилов, Ғайса Низаметдинов, Харис Хәсәнов, Марат Әхмәтвәлиев, Гизәр Әғәҙуллин, Әл­фәрит Хәбибрахманов, Нур­мөхәмәт Низаметдинов, Рәфис Рәхмәтул­лин­дарҙан торған аҡһаҡалдар советы ауыл халҡының бөтә башлан­ғыс­тарында төп ярҙамсы булып тора. Әммә иң мөһиме, эргәбеҙҙә битараф булмаған, эшһөйәр, теләһә ҡайһы ваҡытта, бер әйтеү менән ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер яҡташтарыбыҙ булмаһа, беҙ ҙә әллә ниндәй эштәр ҡыйрата алмаҫ инек. Йыл һайын май айында ауылдың ир-егеттәре кү­мәкләшеп ата-бабалары ерләнгән ерҙе йыйыштырыу буйынса өмәгә йыйыла. Шул уҡ ваҡытта ҡарауһыҙ ҡалған ҡәберҙәргә лә иғтибар бүләбеҙ, уларҙа ла тәртип урынлаштырабыҙ. Бынан тыш, контейнер майҙансыҡтары территорияларын, ауыл ситендәге ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигонын таҙартып торабыҙ. Мине ауылыбыҙҙың тирә-яғындағы бысранған шишмәләр айырыуса борсой, шуға был һыу сығанаҡтары үҙәндәрен таҙа тоторға тырышабыҙ. Шулай уҡ ауылдағы буш йорттарҙы ла иғтибарһыҙ ҡалдыр­май­быҙ. Территориялар тәртиптә то­тол­һон һәм ихаталарын ҡый үлән­дәре ҡапламаһын өсөн баҡыйлыҡҡа күскән йорттар хужаларының вариҫтарына шылтыратабыҙ».
Дөйөм тырышлыҡ менән төҙөлгән ап-аҡ мәсет - ауыл халҡының төп шатлығы. Ә Халиҡовтар үҙҙәренең йорто ҡаршыһында ҡуйған балалар майҙансығы, ҡулдан эшләнгән бөтә каруселдәр, бәүелсәктәр, хәрби-диң­геҙ флоты флагы елберҙәгән кәмә, ағастан эшләнгән ике метрлыҡ айыу менән уның ике балаһы урындағы ҡыҙҙар һәм малайҙар араһында күп­тән популярлыҡ яулаған.

Яугирҙәргә ярҙам

Һуңғы ваҡытта Фәнир Халиҡов бөтә йөрәге менән махсус хәрби операция үткәреү зонаһында булған яугир-яҡташтары өсөн борсола. Йоҡоһоҙ үт­кәргән төндәрҙән, оҙаҡ уйла­ныу­ҙарҙан һуң, тынғыһыҙ уҙаман гуманитар ярҙам йыйыуҙы ойошторорға була. Махсус операцияла ҡатна­шыу­сы­лар­ҙың береһе менән аралашып һәм ауыл аҡһаҡалдары менән кәңәшләшкәндән һуң, ул мессенджерҙарҙағы дөйөм төркөмдә алғы һыҙыҡтағы яугирҙәргә ярҙам күрһәтеүҙәрен һорап ауылдаштарына мөрәжәғәт итә. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, был үтенескә бик күптәр яуап бирә. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә «ВАЗ-2109» автомобиле, төҙөлөш материалдары, тепловизор, электр генераторы, йылы кейемдәр, итектәр, аҙыҡ-түлек һәм мобилизация­лан­ған­дарҙың һорауы буйынса башҡа күп нәмәләр һатып алыуға етерлек сумма йыйыла. Үткән йыл­дың февралендә Фәнир Тимер­ғәли улы, машинаны бөтә кәрәкле әйберҙәр менән тултырып, Луганск Халыҡ Республикаһына үҙе­­нең беренсе рейсына юллана. Әйткәндәй, бынан һуң ул ауыл халҡының ты­рышлығы менән тағы ике тапҡыр гуманитар ярҙам йыйыуҙы ойоштора. Яугирҙәр өсөн һатып алынған «УАЗ-фермер» машинаһындағы икенсе рейсын Энергодар ҡалаһына башҡара, ә өсөнсө тапҡыр ВАЗ-2121 «Нива» автомобилендә Кременная ҡалаһына бара һәм яҡташтары йыйған гуманитар ярҙамды Ҡоръятмаҫта тыуып үҫкән яугирҙәр ҡулына тапшыра.
«Гуманитарка йыйыу тураһында беренсе (артабан икенсе һәм өсөнсө) тапҡыр иғлан иткәндә, мин шул тиклем күп халыҡ ҡушылыр, тип күҙ алдына ла килтермәнем, - ти Фәнир Тимерғәли улы. - Әммә шуныһы ҡыуаныслы: беҙҙең арабыҙҙа вайымһыҙ булмаған кешеләр бик күп, улар бөтәһе өсөн дә шундай ҡатмарлы ваҡытта берләшә алды. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, ҡоръятмаҫтарҙан тыш эшҡыуарҙар, ирекмәндәр штабы, шулай уҡ райо­ныбыҙҙың ябай кешеләре ҙур ярҙам күрһәтте. Аҡсалата ярҙам итә ал­ма­ғандар кейем-һалым, тәү кәрәк-яраҡ әйберҙәре, аҙыҡ-түлек, күс­тәнәстәр алып килде, улар араһында бер тапҡыр яугирҙәргә хатта өйҙә бешкән икмәк тә ебәрҙеләр. Һуңынан телефон аша һөйләшкәндә егеттәр тыуған ерҙәренән тап­шы­рыл­ған икмәктең үҙҙәре өсөн иң тәмле, иң танһыҡ ризыҡ булыуын белдерҙе. Үҙем­дән шуны әйтергә теләйем: баш­ҡорт яугирҙәре үҙҙәренең хәрби бурыстарын намыҫ менән үтәй. Улар яр­ҙамдары өсөн яҡташтарына рәхмәт һүҙҙәре еткерә һәм еңеү менән ҡай­тасаҡтары тураһында әйтә. Ә беҙҙең бурыс – яҡлаусыларыбыҙға ҡулдан килгәнсә ярҙам итеү».
Шуны билдәләп үтергә кәрәк, Фәнир Тимерғәли улының ышаныслы тылы – ғаиләһе бар. 34 йыл бергә бәхетле ғүмер кисергән ҡатыны Рәзилә, улы Айнур, ҡыҙҙары Айгөл менән Алһыу уның бөтә башланғыстарын һәм идеяларын хуплап тора.
«Мин бәхетле, - тип дауам итә ул, - тормошомда шундай кеше – Рәзиләм осраны. Уның хуплаулы ҡарашы һәм йылмайыуы мине тағы ла ҙурыраҡ эштәргә һәм башланғыстарға рухландыра. Яҡшы балалар тәрбиәләнек. Әйткәндәй, Айнур минең өсөн улым ғына түгел, ә иптәшем дә, төп ярҙамсым да. Ейәндәребеҙ үҫеп килә. Бәхет өсөн тағы нимә кәрәк? Йәштәргә шуны әйтергә теләйем: бәхет өсөн әллә ни күп тә кәрәкмәй: бер-береңә тоғролоҡ һаҡлап, бөтә ҡайғы-шатлыҡтарҙы тигеҙ бүлешеп, бергәләп эшләй ҙә, ял да итә белһәң - бына шул саҡта ғаиләңә бәхет киләсәк. Ә ул тағы ла тулыраҡ булһын өсөн, эште яратырға, ялҡауланмаҫҡа кәрәк, сөнки үҙеңдең тирең менән һуғарылған икмәктән дә тәмлерәк бер нәмә лә юҡ».
Эйе, Ҡоръятмаҫта ла барыһы ла шул тиклем шыма ғына бармай. Илдең бөтә ауылдарындағы кеүек, бында ла тормошто йәмһеҙләгән мәлдәр була. Әммә ауыл халҡының күңел йы­лылығы һәм изге эштәре, болоттарҙан күренгән ҡояш кеүек, кешеләрҙең йәндәрен һәм йөрәктәрен йылыта. Ә староста иһә элеккесә үҙенең кесе ватаны мәнфәғәтенә эшләүен дауам итә, ауылды бер аҙ булһа ла матурыраҡ, тирә-яҡ донъяны яҡшыраҡ итергә тырыша. Ул кешеләргә хеҙмәт итеүҙең сағыу өлгөһө, ауылдаштарының яҙ­мышына битараф булмаған, изге һәм яҡты күңелле, бар эштә лә алдан йөрөүсе кеше булып ҡала…

Лилиә Ғайсина.