«Йыл уҡытыусыһы - 2024» конкурсының район этабында ҡатнашыуға ҡала һәм район мәктәптәренең туғыҙ уҡытыусыһы заявка тапшырҙы. Улар таныш булмаған кластарҙа асыҡ дәрестәр бирҙе, үҙҙәренең уҡытыу алымдарын күрһәткән «Методик оҫтахана» үткәрҙе.
Бөтә этаптарҙы ла жюри баһаланы. Иң күп балл йыйған дүрт конкурсант Балалар ижады йортонда ойошторолған финалға үтте. Бында уҡытыусылар оҫталыҡ дәресе күрһәтте. Жюри составына хакимиәт башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Ю.А. Кузнецов, райондың мәғариф идаралығы вәкилдәре инде. Оҫталыҡ дәрестәре үткәндән һуң һөҙөмтәләр иғлан ителде. «Рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы» номинацияһында 3-сө башҡорт гимназия-интернаты педагогы Аэлита Хәйруллина еңеүсе тип танылды. Ул «Йыл уҡытыусыһы» конкурсында беренсе тапҡыр ҡатнашты. Аэлита Николаевна үҙенең эшендә ижади оҫтаханалар технологияһын ҡулланды.
«Конкурс сиктәрендә дәресте 5-се гимназияның бишенсе класында үткәрҙем, - ти Аэлита Хәйруллина. – Уның темаһы - «Синтаксис һәм пунктуация» бүлеге буйынса белемдәрҙе системалаштырыу. «Тәрбиәүи ваҡиға» этабында унынсы кластар менән осрашыу минең өсөн ҡыҙыҡлы булды. Мин уларҙы әңгәмә үткәреү өсөн һайланым. Беҙ гаджеттарҙың ғаилә мөнәсәбәттәренә нисек йоғонто яһауы тураһында фекер алыштыҡ. Ә методик семинарҙа иһә ижади оҫтаханалар хаҡында һөйләнем. Улар ошо технология ҡулланылған дәрестә уҡыусыларҙың да, уҡытыусының да бер тиңгә әйләнеүҙәре менән үҙенсәлекле».
Романовка ауылы мәктәбенең математика уҡытыусыһы Дарьяна Самойлова «Йәш уҡытыусы» номинацияһында еңеп сыҡты. Уның хеҙмәт стажы биш йыл. Дарьяна Рәсүл ҡыҙы Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған һәм ауылға уҡытырға ҡайтҡан. Шулай уҡ ул да конкурста беренсе тапҡыр ҡатнашҡан. Һәр этапҡа ентекле әҙерләнгән.
«Тейешле бөтә нәмәләрҙе эшләп өлгөрөү минең өсөн иң ҡатмарлыһы булды, - тип һөйләй Дарьяна Самойлова. - Сығыштың, дәрестәрҙең бөтә нескәлектәрен уйларға, әҙерлек өсөн ваҡыт табырға кәрәк ине, сөнки конкурс менән бер үк ваҡытта беҙ төп эшебеҙҙе лә алып барҙыҡ. Дәрестәрҙе төрлө мәктәптәрҙә бирҙек. Миңә 1-се урта мәктәп эләкте. 28 бала уҡыған класта тәүге тапҡыр эшләргә тура килде, сөнки, ҡағиҙә булараҡ, ауыл мәктәптәрендә балалар күп түгел. Дәрестең темаһы – рациональ һандарҙы сағыштырыу. Минең өсөн мәктәп – тормош һәм өҙлөкһөҙ хәрәкәт. Бында беҙ ошо ғүмерҙең һәр көнөн балалар менән бергәләп йәшәйбеҙ. Улар үҙҙәренең тәжрибәһе менән бүлешә, беҙ – үҙебеҙҙеке менән. Бына шундай үҙ-ара алмашыу».
Лицей-интернат педагогы Алия Байбулатова - «Рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы» номинацияһы, ә 5-се гимназияның технология уҡытыусыһы Ольга Әминева «Йәш уҡытыусы» номинацияһы призерҙары булды. Конкурс еңеүселәре, призерҙары һәм ҡатнашыусыларына бүләктәр, дипломдар һәм төрлө күләмдәге аҡсалата сертификаттар тапшырылды. Аэлита Хәйруллина менән Дарьяна Самойлова «Йыл уҡытыусыһы-2024» конкурсының республика этабында Дәүләкән районы исеменән сығыш яһаясаҡ.
Светлана Кәлимуллина.
И. Кәримова фотоһы.