Оглавление
- Раузалы мөхәббәт
- Алдан әйтелгән концерт булманы. Әртистәрҙең машинаһы боҙолған, тинеләр. Шуға клуб мөдире дискотека ойошторҙо. Мин заманса көйгә бейергә яратманым. Эскәмйәгә барҙым да ултырҙым. Бер ваҡыт Рөстәм оҙон кулдәгемдең итәгенә килеп ултырҙы. Тор тиһәм, йылмайып ҡына һүҙ башларға булды был. Мин ҡурҡышымдан нимә эшләргә белмәй киттем. Әхирәттәрем дә янда юҡ. Рөстәм миңә, һин ныҡ сибәрһең, тине шунда, ә мин нисек был “тоҙаҡтан” ҡасырға, тип кенә уйланым ул мәлдә. Мин уға ҡоро ғына яуап бирҙем һәм, мәлен көткәндәй, ул нимәгәлер торған сағында сыҡтым да йүгерҙем. Хатта итегемде лә кейергә онотоп, өй янына елдерҙем. https://amanat.su/articles/m-gelek-ser/2024-02-14/rauzaly-m-h-bb-t-3643279