7 февралдә төбәк халҡы мөһим дата - Башҡортостан Республикаһының беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовтың тыуыуына 90 йыл тулыуҙы билдәләне. Ул 1993 йылда Башҡортостан Президенты итеп иғлан ителә. Республика менән 2010 йылдың уртаһына тиклем етәкселек итә. Был йылдарҙа социаль өлкәне үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә: яңы мәктәптәр, балалар баҡсалары, дауаханалар төҙөлә, ауылдарға һәм ҡасабаларға «зәңгәр яғыулыҡ» килә, иҫке биналар күпләп реконструкциялана һәм башҡа бик күп эштәр башҡарыла. Уның тырышлығы менән туған телдәрҙе һаҡлау, дәүләт телдәренә ярҙам итеү өсөн шарттар булдырыла, милли-мәҙәни үҙәктәр ойошторола.
Президент эш сәфәре менән бер нисә тапҡыр беҙҙең районға ла килеп китте. Уның ярҙамында ауылдарҙа газ үткәрелә, юлдар төҙөлә, торлаҡ төҙөлөшө йылдам бара, социаль-мәҙәни әһәмиәттәге объекттар ҡалҡып сыға. Ә 2007 йылдың 24 ноябрендә Дәүләкән ҡалаһында реконструкциянан һуң 3-сө башҡорт гимназия-интернаты асыла. Уҡыусыларҙың һәм педагогтарҙың ша