Ғаиләне яҡлау һәм традицион ҡиммәттәрҙе һаҡлау өлкәһендә дәүләт сәйәсәтен популярлаштырыу маҡсатында 2024 йыл Президент Владимир Путин указы менән Рәсәйҙә Ғаилә йылы тип иғлан ителде. Уны асыу тантанаһында концерт номерҙары күрһәтелә, спорт саралары ойошторола. Башҡортостан да был йәһәттән ситтә ҡалмай - республиканың һәр муниципалитетында тантаналы саралар үтә. Дәүләкәндә бындай сара район Мәҙәниәт йортонда булды, унда «ғаилә тормошо стажы» туплағандар саҡырылды. Улар араһында күп балалы, район тормошонда әүҙем ҡатнашҡан ғаиләләр, тәрбиәгә бала алған ата-әсәләр бар ине.
Ҡунаҡтарҙы район хакимиәте башлығы Илгиз Мөхәмәтйәнов ҡотланы. Ул муниципалитетта лайыҡлы һәм ныҡлы ғаиләләрҙең күп булыуын билдәләне. Районда 3000 күп балалы ғаилә иҫәпләнә, 112 әсә «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнгән. Былтыр ҡалала йәшәүсе Гөлназ Ҡорманаеваға «Герой-Әсә» исеме бирелде. Ә уның ире Артур «Атай ҡаһарманлығы» һәм «Ата-әсә ҡаһарманлығы» миҙалдары менән билдәләнгән. Ирле-ҡатынлы ун бер бала