Найти в Дзене

Ишекте асығыҙ: мин һайлау комиссияһынан!

17 февралдә илдә, шул иҫәптән Башҡортостанда «ИнформУИК» проекты старт ала. Проекттың ини­циаторы - Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы.


2024 йылдың 17 фев­ра­ленән 7 мартына тиклем участка һайлау комиссиялары ағзалары, йәғни тик­ше­реүселәр, халыҡҡа Рә­сәй Федерацияһы Президентын һайлау тура­һын­да мәғлүмәт биреү өсөн республиканың бөтә ҡа­лаларында һәм райондарында фатирҙар һәм йорт­тар буйлап йөрөп сығасаҡ. Һайлау алдынан «иҫәп алыу»ҙың бурысы - теркәлгән һайлаусылар исемлеген асыҡлау, нин­дәй ысулдар менән тауыш бирергә мөмкин икәнлеге хаҡында һөйләү, өйҙә та­уыш биреүгә ғариза ҡабул итеү, һорауҙарға яуап биреү.
Уларҙы еңел генә та­нырға мөмкин: һәр кем зәңгәр яҙыулы аҡ япма (манишка) кейәсәк.

Шулай уҡ үҙе ме­нән:
-зәңгәр туҡыманан те­гел­­гән сумка-шопер;
-күкрәккә таға торған значок;
-участка һайлау комис­сияһы ағзаһының исем-фамилияһы һәм атаһының исеме күрһәтелгән, ми­сә­т һуғылған һәм участка һайлау комиссияһы рә­йе­се ҡул ҡуйған таныҡлығы;
-«ИнформУИК» ҡушым­таһы ҡуйылған телефон;
- мәғлүмәт лифлеты һәм теркәлгән кандидаттар тура­һында мәғлүмәт би­рел­гән листовка буласаҡ.
«Мәғлүмәт участка һай­лау комиссияһында ҡатна­шыусылар махсус мобиль ҡушымта менән ҡуллана, унда тиҙ генә анкета мәғлүмәттәре индерелә. Барыһы ла халыҡ иҫәбен алғандағы кеүек. Комиссия ағзалары анкетаға ярашлы һорауҙар бирәсәк. Бөтөн процесс бер нисә минут ваҡытты аласаҡ, - тип комментарий бирҙе Баш­ҡор­тостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы рәйе­се урынбаҫары Марат Ғәҙилов. - Эш ваҡытында йөрөүселәргә агитация үт­кә­реү тыйыла. Улар ни ба­ры мәғлүмәт кенә етке­рә ала. Хөрмәтле республика халҡы, «обход­чиктарға» бу­лышлыҡ итеүегеҙҙе һорайбыҙ. Беҙ хеҙмәт­тәш­леккә ышаныс белде­рәбеҙ».

О. Яровиков фотоһы.