Найти в Дзене

Февраль айына һынамыштар

Февраль (шаҡай) - ҡыштың һуңғы, йылдың икенсе айы. 28
көндəн тора, ə кəбисə йылында - 29 көндəн. Февралдə һыуыҡ:
«Һыйыр мөгөҙөн һындырыр инем дə, көнөм генə ҡыҫҡа», - тип
əйтə, имеш. Бер йылытып, бер һыуытып торғанға һəм бөтə
нəмəне шаҡырайтып туңдырғанға халыҡ уны элек ш а ҡ а й
тип атаған.
- Февралдə ҡайын ботағында ҡар алҡа-алҡа булып аҫы лы -
нып торһа, ул йылда иген уңыр.
- Февраль ҡыш мөгөҙөн һындыра.
- Февраль – ҡарға, апрель һыуға бай.
- Йылы февраль һыуыҡ яҙ килтерə.
- Февраль – бүрелəрҙең туй айы.
- Февраль һалҡын һəм ҡоро торһа, август эҫе буласаҡ.
- Февраль ныҡ буранлы булһа, август ямғырлы булыр,
ужым уңыр.