Совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға 35 йыл тулды. Сәғит ауылынан Ғаяз Нафиҡов Афғанстанда хәрби хеҙмәт юлы үткән яугир-интернационалистарҙың береһе.
Ғаяз Шәкирйән улы 1965 йылда Сәғит ауылында донъяға килгән. Ауылдағы һигеҙ йыллыҡ һәм Мәмбәт урта мәктәбен тамамлағас, Юлдыбай һөнәрселек училищеһында уҡый. 1984 йылдың апрелендә армияға алына.
-Афған ерендә 2 йыл хеҙмәт иттем. Был осор минең тормошомда оло һынау булды. Сөнки ул ваҡытта беҙгә, егеттәргә 19-20 генә йәш ине. Әле интернеттан хеҙмәттәштәр бер-беребеҙҙе табып, мөмкинлек булғанда яҡыныраҡ йәшәгәндәре менән осрашып, аралашып йәшәйбеҙ. Афған юлын бергә үткән хеҙмәттәштәремә иң мөһиме, һаулыҡ, ғаилә именлеге теләйем, - ти яугир-интернационалист.
Ғаяз Шәкирйән улы хәрби бурысын намыҫ менән үтәгән өсөн наградаға ла лайыҡ булған. Ул армияла бик хәүефле юлды үтеп, боеприпастарҙы тәғәйен нөктәгә юғалтыуһыҙ алып барып еткергән өсөн “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнә
Ғаяз Нафиҡов армиянан ҡайтҡас тыуған ауылында водитель булып хеҙмәт юлын башлай. Әле һөнәренә тоғро ҡалып, Аҡъяр район үҙәк дауаханаһында водитель булып эшләй.
Ҡатыны Зинира менән 3 бала тәрбиәләп үҫтереп, юғары белем алырға ярҙам итеп, оло тормош юлына сығарғандар.
Рәзилә Байғусҡарова.