Найти тему

Яҙмышына зарланмай улар

Быҙаулыҡ ауылынан Леонид һәм Тәнзилә Самойловтарҙың ғүмер юлы ябайҙарҙан түгел. Тормош юлындағы һикәлтәләрҙе лайыҡлы үтеп, һәр мәлдән йәм табып йәшәй белгән ғаилә ул.

40 йыл тормош һуҡмағынан бергә атлаған Тәнзилә Сәғәҙей ҡыҙы тормош иптәше Леонид Алексеевич менән Бүрәт Республикаһында йәшәгәндә таныша. Бер-береһен тәү күреүҙән оҡшатҡан мәҡәләм геройҙары ғаилә ҡороп, 19 йыл Бүрәт Республикаһы Закаменск ҡалаһында йәшәйҙәр. Өс ул тәрбиәләп үҫтерәләр.

- Балаларыбыҙ үҫеп, өлкәнәйә башлағас, тормош иптәшемде тыуған яғыма алып ҡайттым. Бер ҙә ҡаршы булманы. Әле ауылда йәшәгәнебеҙгә 15 йылдан ашты, - ти Тәнзилә Сәғәҙей ҡыҙы.

Тәнзилә апай сауҙа өлкәһендә, ә Леонид Алексеевич оҙаҡ йылдар сәнғәт тармағында намыҫлы хеҙмәт итеп, һуңғы 18 йылда “Гай тау-байыҡтырыу комбинаты” йәмғиәтендә бульдозерҙа эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан.

Яҙмыш һынауҙарына бирешмәй, ғүмер һуҡмағынан ҡулға-ҡул тотоношоп бергә атлаған көслө рухлы, иманлы Самойловтар ғаиләһе барыбыҙ өсөн дә өлгө булып тора.

Рәзилә Байғусҡарова.