Әнүзә Сәйфуллина – Таймый ауылының иң өлкән йәштәге әүҙем ветераны. Былтыр көҙөн 90 йәшен тултырған. Әммә уға был йәште һис тә бирерлек түгел. Йорто тыштан уҡ бында уңған хужабикә йәшәүен күрһәтә. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, бәрәкәйҙәре менән бергә 20 баш һарыҡ аҫрай, мул итеп баҡса үҫтерә, йәй көндәре йорт тирәһен гөл-сәскәгә күмә.
– Былтыр 20 ҡаҙ, 8 өйрәк алып үҫтерҙем. 35 биҙрә бәрәңге ултырттым. Хәҙерге йәштәрҙең мал-тыуар, ҡош-ҡорт тотмауына, баҡсаларын буш ятҡырыуына аптырайым. Беҙ гел эшләп йәшәнек бит ул, – тип хәбәрҙәрен теҙҙе Әнүзә Биктимер ҡыҙы.
Ул Таймый ауылында тыуған. Атаһы һуғышҡа киткәндә туғыҙ йәш була. Әсәһе һауынсы булып эшләй. Әнүзә лә йәшләй ауыр хужалыҡ эшенә егелә. Аҙаҡ ғүмер буйы “Таймый” совхозында төрлө эштәр башҡара.
– Баҫыуҙағы борсаҡты салғы менән сабып алабыҙ, аҙаҡ уны комбайн һуға торғайны. Йәй көнө совхозға ҡул көсө менән бесән әҙерләнек. Ялан эше бөткәс, һарыҡтар йөнөн алабыҙ. Ә көҙөн келәттә ашлыҡ таҙарттыҡ. Ҡыш көнө генә әҙерәк ял эләгә ине. Совхо