Быҙаулыҡ ауылында татыулығы, йүнселлеге, эшһөйәрлеге менән өлгө булған ғаиләләр күп. Марат һәм Хәсилә Байғужиндар тап шундайҙарҙан.
Байғужиндар бына инде 25 йыл иңгә-иң терәп, татыу ғүмер кисерәләр. Баһадирҙай өс ул тәрбиәләп үҫтергәндәр. Ғаилә башлығы Марат Хөрмәт улы сығышы менән Хворостянка, Хәсилә Харис ҡыҙы иһә Сәғит ауылынан.
Белем биреү өлкәһендә күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Хәсилә Харис ҡыҙы мәғариф хеҙмәткәрҙәренең район һәм республика профсоюз комитеттарының Почет грамоталары менән бүләкләнгән. “Йыл уҡытыусыһы-2023” район конкурсында ҡатнашып, дипломға лайыҡ булған.
Марат Хөрмәт улы күп йылдар совхозда, “Юбилей” ятҡылығында водитель була. Гел алдынғылар рәтендә йөрөп, етәкселек тарафынан Маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ булған. Әлеге көндә себер тарафтарында вахта ысулы менән эшләй һәм унда ла һынатмай. Юғары һөнәри оҫталығы өсөн Почет грамотаһы менән билдәләнгән. Ул балыҡсы ла, балта оҫтаһы ла. Ҡулынан килмәгән эше юҡ.
Байғужиндар ауылда үҙ көстәре менән ҙур, иркен йорт һалып сыҡҡан. Ғаилә башлығы балта оҫтаһы булараҡ, йортто үҙ ҡулдары менән төҙөгән. Тырыш ғаилә мал-тыуар аҫрап, ҡош-ҡорт тотоп, баҡса үҫтереп мул һәм етеш тормошта йәшәйҙәр.
Рәзилә Байғусҡарова.