Һуңланың... Зинһар тием, инде килеп берүк, Бәхетеңде миндә эҙләмә. Ымһындырып юҡҡа күңелеңде, Күҙ талдырып мине күҙләмә. Минең хаҡта хәҙер уйлама ла, Мин йәшәгән яҡҡа йыйынма. Аяҙ көндә йәшен йәшнәмәй бит, Ваҡыт үткән, миңә һыйынма... Осрашыуҙар көтөп өмөтләнмә, Үткәндәргә кәртә ҡуйылған. Һуҡмаҡтарҙы инде үлән баҫҡан, Эҙҙәребеҙ күптән юйылған. Әйтер һүҙҙәр хәҙер онотолған, Өмөттәр ҙә һүнеп, һүрелгән. Беҙҙең йәшлек хәтирәләр булып, Йылдар бәйләменә үрелгән... М. Мәғәсүмов.