Бөгөн, 11 апрелдә, Федераль һалым хеҙмәтенең БР буйынса 1-се район-ара инспекцияһы "Башҡортостан Республикаһы" Нәшриәт йорто" акционерҙар йәмғиәтен (акционерное общество "Издательский дом "Республика Башкортостан") теркәне. Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрына (ЕГРН) ярашлы, Генераль директор булып быға тиклем предприятиеға идара иткән Рәсүл Рәүеф улы Сәфәрғәлиев ҡалды. Ул "Республика Башкортостан" гәзитенә милектең юридик формаһын үҙгәртеү предприятие эшенә нисек тәьҫир итәсәге хаҡында һөйләне. - Республиканың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының 2024 йылдың 13 декабрендәге 2999-сы бойороғона ярашлы, "Башҡортостан Республикаһы" Нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы акционерҙар йәмғиәте итеп үҙгәртелде. Яңы юридик шәхес бөгөн теркәлде. Уға яңы ИНН, ОГРН бирелде. Әле Бөтә документтарҙы һәм филиалдарҙы, киң мәғлүмәт сараларын Роскомнадзорҙа теркәү буйынса ҙур эш башҡарыласаҡ, - тине Рәсүл Сәфәрғәлиев. Предприятие етәксеһе билдәләүенсә, юридик процедуралар гәзит-журнал уҡыусыл
"Башҡортостан Республикаһы" Нәшриәт йорто акционерлашты
11 апреля 202511 апр 2025
1 мин