✍ Нәсихәт Әнәс ибн Мәлик (Аллаһ унан риза булһын) тапшырған хәҙистә бәйән ителеүенсә, Аллаһ рәсүле ﷺ Мәҙинәгә килгән сағында, урындағы халыҡтың ниндәйҙер ике көндә күңел асҡанын күргән дә: “Был ниндәй мәжлес?” – тип һораған. “Исламға ҡайтҡанға тиклем беҙҙә ошо көндәрҙе байрам итә торғайнылар”, – тип яуаплаған ҡала кешеләре. Шунан Мөхәммәт пәйғәмбәр ﷺ: “Аллаһ һеҙҙең өсөн уларҙы күпкә яҡшырағы – Ураҙа һәм Ҡорбан байрамдары – менән алмаштырҙы”, – тигән (Әбү Дауыттың хәҙистәр китабынан). Әммә мосолмандың байрамдары йылына икәү генә, тип уйламағыҙ. Аллаһ Тәғәлә беҙгә әһәмиәте буйынса ошо ике ғәйеттән дә юғарыраҡ көндө аҙна һайын биреп тора бит. Уйлап ҡарағыҙ: бер йылда – 50-нән ашыу йома! Ә хәҙистәрҙең береһендә: “Ҡояш ҡалҡҡан көндәрҙең иң яҡшыһы – йома...” — тиелгән. Ир затынан булған һәр мосолман был мөбәрәк көндә, мәсеткә барып, хөтбә тыңларға һәм йәмәғәт менән йома намаҙын уҡырға тейеш. Йома һайын беҙгә бик күп файҙа алып ҡалырға мөмкинлек бирелә. Хәҙистәрҙә әйтелеүенсә, был көндә