«Ағиҙел» журналы Балаларыбыҙға матур теләктәр теләйек🤲 💕Йә, Аллаһ! Һинең гүзәл исемдәрең менән һорайым: балаларымды рәхимең менән солғап ал! Уларға хәйерле ғүмер, яҡты яҙмыш насип ит!? 💕Йә АЛЛАҺ, уларҙың иманын нығыт! Көсһөҙҙәренә көс, ауырыуҙарына шифа бир!? Тәндәрен нығыт, күреү-ишетеү һәләттәрен бир, етешһеҙлектәрен төҙәт, иң яҡшы кешеләр итеп үҫтер?! 💕Йә Аллаһым, үҙеңдең мәрхәмәтең менән балаларымды сир-сырхауҙан, ауыр хаталарҙан, гонаһтарҙан һаҡла. Тормош юлында аҙашып, яман ғәҙәттәргә төшмәһендәр. 💕Йә Аллаһ, балаларыбыҙ атай-әсәйҙәрен яратып, хөрмәт менән тыңлап торһон, беҙгә ҡарата ҡаты бәғерле, аяуһыҙ булмаһын!? 💕Йә Раббым, балаларыбыҙҙы иманлы, тәртипле, бәхетле итеп үҫтерергә үҙебеҙгә аҡыл һәм сабырлыҡ бир?! Бәхет башы - тәүфиҡ. Иң тәүҙә тәүфиҡлы ит! 💕Йә Аллаһым, үҙ ҡөҙрәтең менән балаларыбыҙҙы яуыз кешеләрҙән, яман күҙҙәрҙән һәм ялған һүҙҙәрҙән һаҡла?! Юлдарында гел изге кешеләр осраһын, хаслыҡ-яманлыҡтар балаларыбыҙға ҡағылмаһын!? 💕Йә Раббым, балаларыбыҙҙы н