Яҙғы боҙға ышанмағыҙ!
Баймаҡ районының Ҡолсора ауылында 57 йәшлек ир Талҡаҫ күленә балыҡ тоторға киткән. Ваҡытында өйөнә ҡайтмағас, яҡындары борсола башлаған, ахырҙа улы атаһын эҙләргә сыҡҡан. Таба алмағас, ҡотҡарыусыларға шылтыратҡан.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, балыҡсы һыуға батҡан. Кисә таңға ҡарай ғына ҡоҡарыусылар боҙ аҫтынан уның кәүҙәһен сығарған.