"БАРМА АТАЙ ВАХТАҒА!" (ҡаҙаҡ дуҫым Салауаттың мәҙәге) ...Вахтаға китергә йыйынып,сумкамды тултырып йөрөйөм. Балалар баҡсаһына йөрөгән ҡыҙым арҡама килеп һырылды ла: — Атай! Һин ҡайҙа бараһың? — Вахтаға,ҡыҙым,вахтаға. — Иии...барма! - ти ауыҙын турһайтып. — Нишләп?Аҡса кәрәк бит ҡыҙым... Бер аҙ тымып торғандан һуң, күҙҙәре ҡуҙҙай янып: — Атай! Беләһеңме?!Әсәйҙән ал! Мин күрҙем — уның кәшилүгендә аҡсалар күүүп ята!- тимәһенме! Әй, бала бала инде.Ул аҡсаларҙы әсәһенә мин биргәнде белһә ине!😄😄😄