Найти в Дзене
Атайсал гәзите

Был донъяла

Был донъяла

һәр нәмәне

Бер аҙ

үҙгәртеп була

Өҙөлгәнде

бәйләп була

Ватһаң

төҙәтеп була

Юғалғанды

табып була

Йә һатып

алып була

Йәшлектә

ҡалған дуҫыңды

Тырышһаң

табып була

Бик ауыр саҡ

булғанда ла

Күҙ йәшен

тыйып була

Абынғанды,

йығылғанды

Баҫтырып

ҡуйып була

Баҫтырыусылар

булмаһа

Тырышһаң

тороп була

Шулай,былай

итәм тип

Пландар ҙа

ҡороп була

Ергә баҫып

бар йыһанды

Хатта

күҙәтеп була

Тик Аллаһ

биргән ғүмерҙе

Арттырып

алып булмай

Ҡартлыҡҡа

иткән арбанан

Һикереп

ҡалып булмай...

Һәр көнөгөҙҙең ҡәҙерен белеп,дәртләнеп,шатланып йәшәгеҙ!!!

Сәләмәт булығыҙ 🫶💓