Найти в Дзене

Өфөнөң Ay Yola төркөмө яңы йырын тәҡдим итте

Өфөнән Ay Yola башҡорт төркөмө яңы йырын сығарҙы. «Батыр» тигән трек төркөмдөң рәсми телеграм-каналына һалынған. Роликтың рус, башҡорт, ҡаҙаҡ һәм инглиз телдәрендә субтитрҙары бар. Ay Yola хәбәр итеүенсә, «Һомай» йыры Shazam донъя чартында 4-се урынға күтәрелгән. Был трек Рәсәйҙә, Нидерландта, Финляндияла, Белоруссияла һәм Ҡаҙағстанда алдынғы позицияны биләй. Сингапурҙа, Чехияла, Данияла һәм Үзбәкстанда – икенсе, ә Хорватияла һәм Азербайжанда дүртенсе урында тора. Норвегияла һәм Төркиәлә ул – иң яҡшы унау, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә, Швецияла, Австрияла һәм Бөйөк Британияла иһә Топ 30 иҫәбендә. Бынан алдараҡ «Башинформ» Ay Yola төркөмөнөң «Һомай» йырына клип төшөрөргә әҙерләнеүе хаҡында хәбәр иткәйне. https://www.bashinform.ru/news/culture/2025-04-08/bashkirskaya-gruppa-iz-ufy-ay-yola-vypustila-novuyu-pesnyu-4189073 Автор:Инсаф Хужабиргәнов

Өфөнән Ay Yola башҡорт төркөмө яңы йырын сығарҙы. «Батыр» тигән трек төркөмдөң рәсми телеграм-каналына һалынған.

Роликтың рус, башҡорт, ҡаҙаҡ һәм инглиз телдәрендә субтитрҙары бар.

Ay Yola хәбәр итеүенсә, «Һомай» йыры Shazam донъя чартында 4-се урынға күтәрелгән. Был трек Рәсәйҙә, Нидерландта, Финляндияла, Белоруссияла һәм Ҡаҙағстанда алдынғы позицияны биләй. Сингапурҙа, Чехияла, Данияла һәм Үзбәкстанда – икенсе, ә Хорватияла һәм Азербайжанда дүртенсе урында тора. Норвегияла һәм Төркиәлә ул – иң яҡшы унау, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә, Швецияла, Австрияла һәм Бөйөк Британияла иһә Топ 30 иҫәбендә.

Бынан алдараҡ «Башинформ» Ay Yola төркөмөнөң «Һомай» йырына клип төшөрөргә әҙерләнеүе хаҡында хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2025-04-08/bashkirskaya-gruppa-iz-ufy-ay-yola-vypustila-novuyu-pesnyu-4189073

Автор:Инсаф Хужабиргәнов